

Өфө, Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн ойоштороусылар бай программа — форсайт-сессия әҙерләгән ине. Бында улар ижади проекттары менән таныштырҙы — киләсәк медицинаһының идеаль поликлиникаһынан алып идеаль стационарға тиклем нисек булырға тейешлеген моделдәштереүҙә көс һынашты.
Әлеге сара әүҙем студенттарҙы, буласаҡ табиптарҙы йыйҙы. Форсайт-сессияла ҡалабыҙҙың медицина һәм һаулыҡ һаҡлау үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә ынтылған 50-гә яҡын студент ҡатнашты. Спикерҙар үҙҙәренең белемдәре менән уртаҡлашты һәм йәш быуынды яңы ҡаҙаныштарға рухландырҙы. Йәштәр сығыш яһаусыларҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Был йәһәттән бер нисә фекер ҡыйыу иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:
Мин был сарала киләсәк медицинаһын күрҙем. Уны “неМЕДли 2.0” йәштәр форумында ҡатнашыусылар юғары кимәлдә әҙерләгән. Бай программалы форсайт-сессияла студенттар кураторҙар менән бергә киләсәк медицинаһының нисек булырға тейешлеген проектланы һәм улар һәр береһе ниндәйҙер өлөш индерә ала икәнлеген аңланы. Был майҙансыҡта саҡырылған спикерҙарҙан йәш белгестең үҫеш юлдары тураһында лекциялар яңғыраны.
Формаль булмаған шарттарҙа мин Башҡорт дәүләт медицина университетын, Ырымбур Дәүләт медицина университетын тамамлаусылар һәм ординаторҙар менән әңгәмәләштем, фекерҙәр һәм идеялар менән алмашындыҡ - уларҙың иң мөһимдәрен иғтибарға алдым.
Бөгөнгө көндә “неМЕДли 2.0” бөтә ил буйынса аналогы булмаған сара. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле үткәргән ваҡыт өсөн рәхмәт белдерәм!
Дауаханала эшләүҙең өҫтөнлөктәре тураһында Йосопов Марсель Марат улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1-се ҡала клиник дауаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы һөйләне:
— Беҙҙә “Ауыл фельдшеры” программаһы эшләй, унда бер тапҡыр бирелә торған 500 мең һум компенсация түләүҙәре бар. “Ауыл табибы” программаһында 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре ҡаралған. Шулай уҡ, яңы ҡабул ителгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 300 мең һум күләмендә түләү. Участка терапевтарына 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҙә бар. Медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына торлаҡ һатып алыуға компенсация түләүҙәре, алтынсы курста уҡыу хаҡының 50 проценты күләмендә компенсация сығымдары, уҡыусыларға килешеү нигеҙендә һөнәр программаһы буйынса уҡыған осраҡта бирелә. Беҙ клиник ординатурала маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Йәш белгестәргә 5 процент өҫтәмә түләү ҡаралған. Балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар һәм ғаилә хәленә ярашлы торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ.
Гөлнур Әхмәҙуллина, Башҡорт дәүләт медицина университеты дауалау факультеты деканының өлкән курстар буйынса урынбаҫары:
— Был форумда беҙ икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Былтыр студенттарға бик оҡшаны, был саранан һуң дауахана бик ҙур яңы йәш кадрҙар ағымын ҡабул итте. Ырымбурҙан ғына 20-нән ашыу йәш табип килде. Быйыл, минеңсә, барыһы ла был һөҙөмтәне көсәйтергә теләй. Дөйөм алғанда, был яңы танышыуҙар, бик ҡыҙыҡлы сара форматы. Бында төрлө юғары уҡыу йорттарынан командалар формалаша.
Бөгөнгө аудиториянан башлыса маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡыған алтынсы курс студенттарын алып килдек. Улар Стәрлетамаҡтан маҡсатлы йүнәлешле ординаторҙар. Хәҙер улар бер командала. Артабан улар шулай уҡ бер дауаханала бер татыу команда булып эшләйәсәк. Был сара һәм конкурстар форматы бик ҡыҙыҡлы ойошторолған, ул беҙҙең буласаҡ белгестәрҙе берләштерә, яҡынайта.
Майя Артемьева, Башҡорт дәүләт медицина университеты карьера һәм эшкә урынлаштырыу үҙәгенең әйҙәүсе белгесе:
— Беҙҙең университетта ла баш табиптар менән осрашыуҙар үткәрелә. Был инде стандарт формат. Улар дауахана, йыһазландырыу, өҫтөнлөктәр һәм бер үк нәмә тураһында һөйләй, ә бында бер аҙ икенсерәк формат. Стәрлетамаҡ беҙҙе икенсе тапҡыр саҡыра, ә беҙ бындай күсмә сараларҙа бик һирәк ҡатнашабыҙ. Киләсәктә форумды Республика кимәлендә үткәрергә мөмкин.
Бындай форсайт-сессия тәжрибә һәм фекер алышыуға булышлыҡ итте, йәш белгестәргә табиптар һәм эксперттарҙың фекерләүҙәрен тыңлау мөмкинлеге булды.
Гүзәл РӘМИЕВА. Автор фотолары.