Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Май 2025, 05:12

БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠ

Март айында уҙған йылға наркотиктарҙы һатыу, ҡулланыу буйынса хәлдәрҙе күҙәтеү буйынса йомғаҡтар яһалды. Наркоманияны киҫәтеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында, мәғариф учреждениеларында наркоманияны юҡ итеү, киске һәм төнгө ваҡытта рейдтар үткәреү буйынса эштең һөҙөмтәлелеге тураһында һүҙ алып барылды ул көндө.    

БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠБАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠ
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠ

Рәсәй эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге начальнигы Денис Петров наркологик хәл-торош һәм мониторинг һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте.

– 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 431 енәйәт теркәлде, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 22гә кәмерәк. 194 енәйәт эше туҡтатылды, 259 кеше судҡа ебәрелде, 2023 йылға ҡарағанда 44 енәйәткә күберәк. Асыҡланылған эштәр 57,2 процент тәшкил итә, 2023 йыл менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа күп. Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре 420 енәйәт теркәне, шуларҙың 310ы Стәрлетамаҡ ҡалаһында наркотиктар һатыуға бәйле, был 2023 йыл менән сағыштырғанда икегә күберәк, – тип билдәләне ул.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса енәйәттәрҙе асыҡлауға килгәндә, 2024 йылда наркоконтроль бүлеге 182 енәйәтте асыҡлаған. Уҙған йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 213 административ протокол төҙөлгән. 133 кеше иҫәптә тора. 2024 йылғы белешмәнән тыш, 3 ойошҡан енәйәт төркөмө асыҡланған. Улар законһыҙ рәүештә ҡала территорияһында һәм унан ситтә наркотиктарҙы йәшерен урындарҙа ҡалдырыу юлы менән һатыу иткән.

Айгөл Рафиҡова, химия-технология колледжының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары:

– Беҙҙең колледжда ай һайын хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Хәүеф төркөмдәре студенттарының дәрестәргә йөрөүен контролдә тотоу, уларҙы түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йәлеп итеү тормошҡа ашырыла. Хәүеф төркөмө уҡыусылары менән педагог-психолог диагностика үткәрә. Шулай уҡ, улар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инструктор лекцияларына йөрөй. Төркөм кураторҙары бындай студенттарҙы контролдә тота, ата-әсәләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йыйылыштарҙа психотроп матдәләр һәм алкоголь продукцияһы темаһына иҫкәртеү әңгәмәләре, түңәрәк өҫтәл, төрлө саралар , бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм прокуратура вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының тармаҡ-ара колледжында профилактик эштәр тураһында Зөлфиә Жданова һөйләне. Уларҙа ла профилактика ысулдары ҡалалағы башҡа уҡыу йорттарынан бик айырылмай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблемалы студенттар, уҡыусылар һәр саҡ бар. Улар менән йыш ҡына әңгәмәләр үткәрелә, психологтар эш алып бара, уҡытыусылар өйҙәренә йөрөй. Ләкин, ҡайһы берҙәре уҡыу йортонан ҡыуыла.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Ольга Мәжитова:

– Әгәр былтыр беҙҙә 14 факт теркәлгән булһа, быйыл наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 21 факт. 2024 йылда инспекторҙар бәлиғ булмағандарға ҡарата 6.9 статья буйынса ете административ протокол төҙөнө, ә был наркотиктар, психотроп матдәләр һәм уларҙың аналогтарын ҡулланыу. Иҫкәртеү маҡсатында идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә йәштәр күпләп йыйылған урындарҙа профилактик рейдтар үткәрә. Мәҫәлән, беренсе кварталда Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса киске ваҡытта 23 рейд сараһы уҙғарылды. Тәү сиратта, был, әлбиттә, сауҙа үҙәктәре һәм артабан дөйөм туҡланыу урындары, парктар, скверҙар һәм йәмәғәт урындары.

Балалар күп осраҡта еңел аҡсанан табыш алырға теләй. Ҡайһы берҙәре социаль селтәрҙә хоҡуҡ боҙоусылар менән бәйләнешкә инә һәм парк йә башҡа урындарҙа наркотикты йәшереп ҡалдыра. Шуныһы ҡыҙғаныс, улар енәйәт ҡылыуҙарын аңлап етмәй. Беҙ белем биреү учреждениелары буйлап йөрөйбөҙ, әңгәмәләр үткәрәбеҙ, роликтар күрһәтәбеҙ, йәштәргә мәғлүмәт бирәбеҙ, уҡытыусыларҙы ял көндәрендә йәштәрҙең ялын дөрөҫ ойоштороуға йүнәлтәбеҙ.

Артур Ғафаров, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:

– Һуңғы ваҡытта үҫмерҙәр йыш ҡына сауҙа үҙәктәрендә йыйыла башланы. Тәртип боҙоусылар ҙа бар. Был барлыҡ ҙур ҡалалар бәләһе, тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн улар шунда бара? Сөнки унда матур, йылы, яҡты, унда ашарға, йүгерергә мөмкин. Минеңсә, сауҙа үҙәктәре был йәһәттән әллә ни ҙур ҡыуаныс кисермәйҙер. Ғөмүмән, балаларҙы, әлбиттә, унан сығарырға кәрәк. Әммә бының өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындырыу зарур, ә нимә менән – уныһы үҙегеҙҙән тора. Балаларҙың унда йөрөүе, һәйбәт эш түгел. Ләкин, беҙ уларҙы тыя алмайбыҙ, комендант ваҡыты үткән, 22.00 сәғәттән һуң ғына саралар күрә алабыҙ. Улар өсөн сауҙа үҙәктәрендә нимәлер ойоштороу, әлбиттә, яҡшы идея. Әйҙәгеҙ, ҡалабыҙҙа эшләгән сауҙа үҙәктәренең фекерҙәрен тыңлайыҡ. Мәҫәлән, “Фабри” сауҙа үҙәге идарасыһы, йәштәрҙе аңларға тейеш кеше, Наталья Кузьминична үҙе лә күп кенә яңы йәштәр сараларында әүҙем ҡатнаша.

Наталья Орешникова:

– Мин әүҙем комсомол ғына түгел, хатта ҡасандыр мәктәптә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып та эшләнем. Һәм уҡытыусылар сауҙа үҙәктәрендә нимәлер үткәрергә кәрәк, тип мөрәжәғәт итһә, беҙ һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, каникулдарҙа йәштәрҙе киноға, төрлө сараларға саҡырабыҙ. Сауҙа үҙәгенә килгәндә, беҙ һуңғы ваҡытта, бигерәк тә икенсе сират асылғандан һуң, үҫмерҙәрҙең күпләп ағылыуын тойҙоҡ, майҙан ҙурайҙы һәм ҙур күңел асыу зонаһы барлыҡҡа килде. 2018 йылда күпмелер ваҡыт беҙҙә класс етәкселәре рейдтар үткәреп маташты. Әммә, улар 15.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем генә килеп йөрөнө. Был бик файҙа килтермәне.

Мин 2023-2024 йылдарҙа полиция саҡырған осраҡтарҙың статистикаһын ҡараным. Полицияны 11 тапҡыр саҡырыуҙың һигеҙе киске сәғәт 7нән һуң булған. Тимәк, рейдҡа килһәләр, сәғәт һигеҙҙә йәки туғыҙҙа килергә кәрәк. Әйткәндәй, беҙ 1 майҙан алып сауҙа үҙәгенең эш режимы графигын үҙгәртәбеҙ, хәҙер 21.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәкбеҙ. Анализлауҙар буйынса, һуңғы сәғәттә килеүселәр юҡ, ә был ваҡыт үҫмерҙәр өсөн иркен мәл.

Һаҡсыларҙың бер ниндәй ҙә вәкәләттәре юҡ, килеүселәрҙе индермәй, тотҡарлап йәки контролдә тотоп тора алмайбыҙ. Был конкрет ата-әсәнең бурысы. Һаҡсылар балалар эш боҙмаһын өсөн, арттарынан ҡарап йөрөргә мәжбүр. Ә улар йә төймәләрҙе боҙа, йә бәҙрәфтә ҡағыҙ тултырып китә, йә эскалаторҙың тотҡаларын өҙә. Шул саҡта ғына беҙ полиция саҡыртабыҙ.

Минеңсә, кемделер тәртип боҙоусылар өсөн отчет бирергә мәжбүр итеү, ҡарауыллап йөрөү, дәрестәргә килтереүҙең файҙаһы юҡ. Ул нисек тәртип боҙған, артабан да шулай тәртип боҙасаҡ. Йәмғиәттә шундай билдәле бер процент бар, һәм ул һәр ваҡыт буласаҡ. Класс етәкселәре урынына мин абруйлы кешеләрҙе, мәҫәлән, контроль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы саҡырырға тәҡдим итер инем. Әгәр кеше формала сауҙа үҙәге буйлап үтһә йәки етди ирҙәр һөйләшеүе үткәрһә, бәлки был файҙа килтерер ине. Үҫмерҙәр төркөмдәргә берләшкәндә, уларҙың көсөнә ҡаршы өлкән абруйлы кешеләрҙең көсө булырға тейеш. Мин ошондай формаль булмаған ҡараш яҡлы.

Әгәр беҙ һеҙҙең менән элек урамда йәки подъездарҙа булһаҡ, хәҙерге балалар сауҙа үҙәктәрендә ваҡыттарын үткәрә. 2018 йыл аҙағында беҙ йәмәғәт зонаһын астыҡ, унда һәр ял көнөндә ниндәйҙер саралар, концерттар, батлдар үтә. Йәштәр бында осраша, таныша, аралаша, ҡайһы саҡта улар араһында мөхәббәт тә барлыҡҡа килә. Беҙ барыбыҙ ҙа ошо йәштә булдыҡ, быны тыйып булмай. Әммә уны нисек тә булһа күҙәтергә һәм ҡайҙалыр йүнәлтергә кәрәк. Беҙҙең ошондай йәмәғәт зоналарында китапханалар һәм психологтар сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, кинопортта бушлай сеанстар үтә, беҙ режиссерҙарҙы ла саҡырабыҙ.

Арбат сауҙа үҙәге директоры Сергей Куницын – “Дөйөм фекерҙәргә өҫтәп, шуны әйтергә теләйем, үҙ ваҡытында мин Әстерханда йәшәнем. Шул ваҡытта ҡалала криминаген бер хәл булды. Уларҙың өлгөһөнә таянып, төрлө спорт учреждениелары тренерҙарына сауҙа үҙәктәрендә тәртип боҙоусылар, үҫмерҙәр менән аралашып, спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙәрен тәҡдим итер инем”, – тине.

Киске һәм төнгө ваҡытта рейдтар үткәреү тураһында “БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге”нең әйҙәүсе белгесе, комиссия секретары Ангелина Малкина һөйләне:

– Бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, ҡала территорияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 23 рейд сараһы үткәрелде. Рейдтар башлыса сауҙа үҙәктәрендә үткәрелде.

Беҙ үҫмерҙәрҙе йәмәғәт ойошмаларына йәлеп итеү маҡсатында төрлө саралар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, 22 февралдә “Фабри” сауҙа үҙәгендә беҙ “Үҫмер сауҙа үҙәгендә” форумын астыҡ, унда республика психология-педагогия үҙәге вәкилдәре, хәрби-патриотик ойошмалар һәм башҡалар булды. Уларҙың һәр береһе сығышында үҙ ойошмалары һәм уларға нисек ҡушылыу тураһында һөйләне. Бушлай секциялар, түңәрәктәр тураһында мәғлүмәт бирелде. Көн һайын беҙҙә сауҙа үҙәктәре буйлап ирекмәндәр йөрөй, бәлиғ булмағандар өсөн листовкалар тарата, март айында бейеү батлы үткәрелде, унда һәр килгән бала һәм үҫмер ҡатнаша алды. Әлеге проект буйынса беҙ йыл дауамында эшләйәсәкбеҙ һәм сауҙа үҙәктәрендә мауыҡтырғыс саралар үткәрергә планлаштырабыҙ.

Иң элек, наркоманияны иҫкәртеү, башҡа насар ғәҙәттәр кеүек үк, ата-әсәнең шәхси өлгөһөнә ҡайтып ҡала. Бала сағынан күреп үҫкән нимәләрҙе бала тормош нормаһы тип иҫәпләй. Ата-әсәнең тәмәке тартыуы, алкоголь, ниндәй кешеләрҙең ҡунаҡҡа килеүе, аралашыу һәм байрамдарҙы нисек үткәреүҙәре – былар барыһы ла баланың аңына һеңә һәм уның билдәле бер тәртип моделен формалаштыра.

Наркотиктарҙы һәм спиртлы эсемлектәрҙе күп үҫмерҙәр ял итеү һәм көсөргәнешле ысынбарлыҡтан ҡасыу ысулы кеүек ҡабул итә. Әммә ата-әсәләрҙең бурысы – бындай ял итеүҙең зарарлы икәнлеген, үҫмергә иллюзор донъяға китеү – ул ваҡытлыса рәхәтлек, һәм йәш ғүмерҙе улай ҡыйырға ярамағанлығын аңлатыу.

Әгәр балағыҙҙы наркотиктарҙан һаҡларға теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙе ышаныс һәм ихласлыҡҡа нигеҙләгеҙ. Үҫмер менән һаулыҡ һәм зарарлы ғәҙәтһеҙ тормош тураһында етди темаларға әңгәмәләшегеҙ, аңлатығыҙ, улар проблемаһына битараф булмағыҙ.

Гүзәл РӘМИЕВА

Автор фотолары.

БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠ
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЫЛ АФӘТТӘН ҺАҠЛАЙЫҠ
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас