

Бүлмә “Бәхетле әсә” проекты сиктәрендә булдырылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн үткән йыл декабрь айында “Башҡортостандың айыҡ быуыны” автономлы коммерцияһыҙ ойошмаһы хакимиәт башлығы грантын яулағайны.
1-се клиник дауахананың баш табибы Илшат Яппаров әйтеүенсә, был бала табыу йорто 1982 йылдан алып эшләй. 2002 йылдан ул перинаталь үҙәк статусын алған. Ошо ваҡыт эсендә бында 120 меңгә яҡын бала тыуған.
– Был бүлмә буласаҡ әсәләргә тулҡынланыуҙы еңеп сығырға ярҙам итә, бигерәк тә йөклөлөк осоронда белгестәрҙең квалификациялы ярҙамын алыу мөһим, –тип билдәләне баш табип.
Ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова бүлмәлә йәштәр психология үҙәгенең Үҙәк филиалы психологтары консультациялар уҙғарасағы тураһында һөйләне.
Үҙәк етәксеһе Анна Арапова, алда әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, төп йүнәлеш – ул релаксация, йәғни күңел торошон һәм йәнде тынысландыра торған алым, тип өҫтәне. Шулай уҡ метафорик карталар, нейрографика һәм башҡа алымдар ҡулланыласаҡ, тип аңлатты белгес.
Сара аҙағында сенсор бүлмәһен асыуға ҙур өлөш индергән йүнселдәр Вадим Ларионов, Самат Кифуллин һәм Екатерина Шевнина ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде һәм буласаҡ әсәләр менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр. “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа сәләмәт балалар тыуһын өсөн уңайлы, йыһазландырылған поликлиникалар менән бергә юғары квалификациялы, эшен яратып башҡарған профилле белгестәрҙең булыуы шарт һәм ул беҙҙең ҡалала һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ҡала.
Роза САФИНА.
Автор фотоһы.