

– Яу яланында Нерка яҡын ярҙамсыға әүерелде, – ти ул ғорурлыҡ менән. – Шул тиклем һиҙгер, аҡыллы эт, дрон килгәнен һиҙеп ҡала ла, шул яҡҡа табан боролоп өрә башлай.
Виктор махсус хәрби операцияға уҙған йыл 8 февралдә, үҙ теләге менән килешеү төҙөп юллана. “Борода” позывнойлы яугир Оборона министрлығының 74- се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһындағы 3-сө батальондың 10-сы ротаһында хеҙмәт итә. Авдеев, Пески, Водяное ауылдары йүнәлешендә һуғыша. Коксохимия заводын штурмлауҙа ҡатнаша.
– Беҙҙең ротала (Юрга бригадаһында) кемдер һуғыш яланында ятып ҡалды, кемдер ауыр яраланып ҡайтып китте, кемдеңдер килешеү мөҙҙәте үтте, – тип һөйләй мәхшәрле көндәрҙе иҫкә алып яугир. Дошман “ҡошо”нан ҡасып өс тәүлек соҡорҙа яттым, соҡорға йыйылған бысраҡ һыу эсеп йән аҫрарға тура килде...
Һуғыш булғас төрлө хәлдәр була, иң мөһиме егеттәр Ватанын яҡлап алышты һәм алыша. Виктор контузия алған, әммә рәсми рәүештә яраланғанлығы раҫланмағанлыҡтан, инвалид тип танылмай.
– Башҡортостандан 3-сө батальонда 50 кеше булдыҡ, – тип һүҙен дауам итә һалдат. Яугир унда санитар-уҡсы булып хеҙмәт иткән. Яралыларҙы, мәйеттәрҙе яу яланынан сығарған. – Таулы Алтай Республикаһының элекке һаулыҡ һаҡлау министры Павел Решетов менән бергә булдыҡ, Павел Эдуардович медицина буйынса минең остазым, – тип ғоруранып һөйләне яугир. – Ул егерме йыл хирург булып эшләгән, позывнойы “Док” (доктор).
Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай һалдат. Виктор Николаевичты йыш ҡына уҡыусылар менән осрашыуҙарға саҡыралар. Уҡыусылар алдында сығыш яһап, үҙенең хәрби тәжрибәһе нигеҙендә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙе үҙ бурысы тип иҫәпләй ул.
Роза САФИНА.
Автор фотоһы һәм Виктор Ивановтың шәхси архивынан алынды.