

- Бөгөн ҡалабыҙ эшҡыуарҙары эш урындары булдыра, ҡала халҡының профессиональ үҫешенә һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыуына булышлыҡ итә, тип ышаныслы әйтергә була. Улар социаль бизнеста әүҙем ҡатнаша, ҡала проекттарына ярҙам итә һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бергәләп Стәрлетамаҡты күркәмерәк, матурыраҡ һәм тормош өсөн уңайлыраҡ итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айнур Наил улы. Шулай уҡ хакимиәт башлығы урынбаҫары эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлыҡҡа һәм башҡа профилле ведомстволарға был эштә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары Илнур Тактаев, үҙ сиратында, һуңғы ваҡытта министрлыҡ вәкилдәре йыш ҡына эшҡыуарлыҡ һәм туризм менән бәйле төрлө сараларға килә, тип билдәләне. Был ҡаланың эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең ҡаҙанышы. "Бында бик күп идеялар тыуа һәм эшҡыуарлыҡтың көн тәртибе формалаша», – тине Айнур Йәмил улы. Ул шулай уҡ бизнес-шериф А.Юнысовтың һәм гумконвойҙар ойоштороуҙа махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарҙың эшен билдәләне. Бөтә төбәк иҡтисадын үҫтереүгә, шулай уҡ ҡалала эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә өлөш индергән эшҡыуарҙар һәм бизнес-берләшмәләр етәкселәре БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының һәм ҡала хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәрҙең береһе, ҡала эшҡыуарҙары ассоциацияһы советы рәйесе Екатерина Александровна Фризен, ҡала хакимиәте һәм эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүгә туҡталды, ҡаланың бизнес-берләшмәһе бер-береһе менән тығыҙыраҡ таныша, аралаша һәм тәжрибә уртаҡлаша алһын өсөн ошондай байрамдар кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сығыштарҙың төп темаһы булып Стәрлетамаҡ-традицион эшҡыуарлыҡ ҡиммәттәре ҡалаһы тигән фекер яңғыраны. Уның сауҙагәр ҡалаһы булараҡ нигеҙләнгәнлеге быны раҫлай. Ул элеккесә бизнес өсөн асыҡ ҡала, ҙур мөмкинлектәр ҡалаһы булып тора. Программаның мәҙәни өлөшөн ҡала мәҙәниәт һарайы артистары, Башҡортостгндың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Радик Ғәлимханов һәм Инсаф Ғәлимов сығыштары биҙәне.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан.