Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Май 2025, 13:32

Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә

Йыл һайын 28 майҙа Рәсәйҙә сик һаҡсылары көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан бөгөн Стәрлетамаҡтың сик һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары маршал Жуков исемендәге скверға тантаналы сараға йыйылды.

Бөгөн сик һаҡсылары байрам итәБөгөн сик һаҡсылары байрам итә
Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә

Сик һаҡсылары һәйкәле янында уҙғарылған  тантанаға ҡала хакимиәтенән, хәрби комиссариаттан, Башҡортостан ветерандар Советынан, БР буйынса Федераль именлек хеҙмәтенең ветерандар советынан, Стәрлетамаҡ сик буйы хеҙмәте ветерандары йәмәғәт ойошмаһынан вәкилдәр һәм  шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар килгәйне. Улар үҙҙәренең сығыштарында сик  һағы хеҙмәткәрҙәренең һәм ветерандарының юғары профессионализмын һәм ил сиктәрен һаҡлауға индергән өлөшөн юғары баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Сик буйы ғәскәрҙәре флагын сығарыу тантанаһы һәм Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң ветерандарҙы ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары, сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Артур Ғафаров ҡотланы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошман һөжүменә беренсе булып ҡаршы торған совет пограничниктарының ҡаһарманлығы тураһында, Афғанстан һуғышы, Курск өлкәһендәге күптән түгел булған ваҡиғалар тураһында иҫкә төшөрөп үтте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Сергей Сафонов сик һаҡсыларының 1941 йылдың 22 июнендә күрһәткән ҡаһарманлығын миҫалдар менән билдәләне.

Сарала шулай уҡ “Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары” ойошмаһының Стәрлетамаҡтағы рәйесе Ришат Ғәлиев, БР буйынса Федераль именлек хеҙмәтенең ветерандар советынан Марат Хәкимов, ҡаланың сыуаш-милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Оксана Фёдорова тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.

Тантана барышында ветерандарға күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн  ҡала хакимиәте, хәрби комиссариаттан, сик буйы ведомстволары, йәмәғәт ойошмалары исеменән иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Үткән йыл үҙенең туҡһан йәшен билдәләгән арҙаҡлы ветеран Сәхипгәрәйев Рөстәм Ғүмәр улына айырыуса иғтибар бүленде.

Сара  һәләк булған сик һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу һәм Ватанды һаҡлаусылар һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Роза САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтнан алынды.

 

Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә
Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә
Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә
Бөгөн сик һаҡсылары байрам итә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас