Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Мая 2025, 14:44

Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды

Бөгөн, 28 майҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең ҙур залында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм  хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы БР Төбәк йәмәғәт ойошмаһы Стәрлетамаҡ ветерандар Советының отчет-һайлау конференцияһы булды.

Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылдыСтәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды
Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды

Кәңәшмәнең президиумын ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, ҡала ветерандар Советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов һәм Башҡортостан ветерандар Советы рәйесе Валерий Шәрипов етәкләне.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң көн тәртибе раҫланды.

 Ветерандар Советының 2023 йылдың мартынан алып 2025 йылға тиклемге эшмәкәрлеге тураһындағы доклад менән ҡала ветерандар ойошмаһы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов сығыш яһаны. Кәңәшмлә шулай уҡ ревизия комиссияһы отчеты тыңланылды. Коллегиаль орган, бюро һәм ревизия комиссияһына һайлауҙар үткәреде. Республика ветерандар ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһына делегаттар һайланды.

Сараға йыйылыусылар алдында  Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сығыш яһаны, ул ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне һәм ҡала тормошонда һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан ветерандарға рәхмәт әйтте.

Сара барышында бүләкләү тантанаһы булды. Ҡала хакимиәте ҡарары менән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Тәлғәт Әбделғәни улы Ғәбитов “Стәрлетамаҡ ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.

Ҡала хакимиәтенең маҡтау грамоталары менән ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн “Хәтер” комиссияһы рәйесе Валентина Букреева,  мәҙәни эш буйынса комиссия һәм “Алтын йәш” клубы етәксеһе Людмила Возных, медицина ярҙамы һәм дарыу менән тәьмин итеү  буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Галина Мороз һәм  “БСК” АЙ ветерандар ойошмаһы рәйесе Николай Мотовилов бүләкләнде.
Конфернциянан һуң ҡала ветерандар ойошмаһы Советының Пленум ултырышы булды. Унда Стәрлетамаҡта ветерандар хәрәкәтен үҫтереү буйынса киләсәккә пландар һәм бурыстар  тикшерелде.

Стәрлетамаҡ ветерандар советы  үҙенең ағзаларын бер ҡорға  туплап, оло быуын вәкилдәре менән йәштәр араһында “быуындар күпере”н нығытып, йәш быуында Тыуған илгә тоғролоҡ рухы, уның героик үткәненә һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиләп, заман менән бергә атлай. Кәңәшмәләге мөһим бер ваҡиға – Тәлғәт Әбделғәни улы Ғәбитов  бер тауыштан йәнә совет рәйесе итеп һайланды. Ул быға тиклем ветерандар Советын туғыҙ йыл етәкләп, үҙен оҫта ойоштороусы, аҡыллы сәйәсмән булараҡ  раҫлағайны инде. Ветерандар Советының алыштырғыһыҙ етәксеһенә ныҡлы һаулыҡ, артабанғы эшендә  уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Роза САФИНА.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.

Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды
Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды
Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды
Стәрлетамаҡ ветерандары ҡорға йыйылды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас