Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Май 2025, 10:58

Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә

– Беҙҙең парк ҡала халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Күңел асыу үҙәктәре селтәре “Гагарин” паркында теүәл 20 йыл әүҙем эшләй. Беҙ уны төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Ике йыл эсендә парк майҙанын яҡшыртыуға 22 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Ағымдағы йылда һалынған сараларҙың дөйөм суммаһы 80 миллион һум тәшкил итте...

Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итәБында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә

Стәрлетамаҡтағы Ю.А. Гагарин исемендәге парк ҡала паркы булараҡ үҙ тарихын 1974 йылда башлай. Ҡасандыр ул ҡала халҡының картуф үҫтереү өсөн баҫыуҙарҙа булдырылған ҡала баҡсаһы була. 1975 йылда рәсми рәүештә парктың беренсе директоры итеп Любовь Алексеевна Журова тәғәйенләнә. Ошо ваҡыттан алып паркты Ейск ҡалаһының “Аттракцион” заводы аттракциондары “Күҙәтеү тәгәрмәсе”, “Ракета”, “Бәүелсәктәр” менән йыһазландырыу башлана.

Бөгөн инде “Гагарин” паркы Стәрлетамаҡ халҡы, яҡын тирә ҡала һәм райондарҙан килгән ҡунаҡтар араһында иң популяр ял итеү урындарының береһе булып тора. Ул Рәсәйҙә ғәмәлдәге ике ассоциация ағзаһы ла: Рәсәй парктар һәм аттракциондар етештереүселәр ассоциацияһы һәм Күңел асыу индустрияһы ассоциациялары һәм партнерҙары Союзы.

“Галактика” аттракциондар комплексы бер нисә тапҡыр “Гәлсәр тәгәрмәс” Бөтә Рәсәй наградаһына лайыҡ булды. 2022 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Галактика” аттракциондар комплексы “Ҡаланың мәҙәни һәм ижтимағи тормошон үҫтереүҙә төп ролде уңышлы үтәгәне өсөн” номинацияһында “GOLDEN PONY” премияһын алды. 2024 йылда “Гагарин” паркы территорияһында 5 йылдан ашыу тормошҡа ашырылған “Беҙ бергә – Мы вместе” проекты “Йыл сараһы” номинацияһында ял һәм күңел асыу өлкәһендә “ПроПарк 2024” профессиональ премияһы лауреаты, 2024 йылда “Парк территорияһында йылдың иң яҡшы сараһы” номинацияһына лайыҡлы булды.

Күптән түгел ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Галактика” күңел асыу селтәре яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ойоштороусыһы Рафаэль Мифтахов сығыш яһаны.

Беҙҙең парк ҡала халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Күңел асыу үҙәктәре селтәре “Гагарин” паркында теүәл 20 йыл әүҙем эшләй. Беҙ уны төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Ике йыл эсендә парк майҙанын яҡшыртыуға 22 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Ағымдағы йылда һалынған сараларҙың дөйөм суммаһы 80 миллион һум тәшкил итте. Аттракциондарҙың күпселеге Стәрлетамаҡҡа Ҡытайҙан килтерелгән. Ҡытайҙың сифатлы заводтары менән эш алып барабвҙ, сөнки хәҙер санкциялар арҡаһында итальян предприятиелары менән эште яйға һалыу бик ауырайҙы.

“Донъя тирәләй” (“Вокруг света”) аттракционы парктағы бөтә аттракциондарҙың визит карточкаһы булып тора. Балалар комплексы ҙурайтылды, “Лабиринт”, “Вертуаль ысынбарлыҡ” һәм “Емештәр” аттракциондары ҡуйылды. “Вертуаль ысынбарлыҡ” аттракционы иң заманса һәм технологик аттракцион. Күптән түгел 25 миллионға паркта яңы “Маятник 360” аттракционы ҡуйылды. Йәштәр араһында ул ҙур һорау менән файҙаланан. “Маятник” пассажирҙарҙы 360 градусҡа әйләндерә. Хәҙер тейешле орган сертификатын көтәбеҙ, аттракциондарҙы биҙәйбеҙ һәм тәртипкә килтерәбеҙ. Июнь айына барыһы ла тамамланыр тип ышанабыҙ.

Аттракциондарҙан тыш, йәш ғаиләләргә, йәштәргә паркка килеү мөмкинлеге булһын өсөн мәҙәни саралар ҙа үткәрәбеҙ.

Әлеге ваҡытта беҙҙә тыуған көндәрҙе үткәреү өсөн биш локациялы заказдар өҫтәле булдырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Бының өсөн беҙ Стәрлетамаҡ агентлыҡтарын йәлеп итәбеҙ, улар парк биләмәһендә сағыу саралар үткәрәсәк. Быға тиклем беҙ бының менән шөғөлләнмәнек, бонустар ғына бирҙек, ә хәҙер Тыуған көндәрҙе ойошторорға ниәтләнәбеҙ, тине ул парк эшмәкәрлеге һәм башҡарылған эштәр тукраһында.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновтың:

– Килгән ҡунаҡтар өсөн паркта ниндәй льготалар бар? – тигән һорауына ул:

– Беҙҙә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн, күп балалы ғаиләләргә һәм Тыуған көнө булғандарға льготалар ҡаралған. Шулай уҡ, бихисап акциялар ҙа уҙғарылып тора, – тине Рафаэль Камил улы.

Күптән түгел паркта “Улитка” аттракционын һәм “Звездочки” майҙансығын байрамса асыу тантанаһы уҙҙы. Улар бик матур, сағыу, хәүефһеҙ һәм заманса итеп йыһазландырылған.

“Звездочки” павильонының майҙаны 210 м. Унда 1 йәштән 4 йәшкә тиклемге балалар өсөн бик күп ҡыҙыҡлы үҫтереүсе уйындар бар. Сабыйҙар ҡомда ла уйнай ала. Бында барыһы ла сертификаттарға, хәүефһеҙ файҙаланыуға тап килә.

“Гагарин” паркы территорияһында сәнғәт галереяһы павильоны ла бар, унда паркка килгән һәр ҡунаҡ бушлай инә ала. Галереяла төрлө йүнәлештәге күргәҙмәләр ойошторола. Даими рәүештә урындағы рәссамдарҙың һәм фото рәссамдарҙың, сәнғәт мәктәптәре, балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге уҡыусыларының тематик күргәҙмәләре үткәрелә.

Сәнғәт галереяһы 2012 йылда Ю.А.Гагарин паркында балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ижади һәм танып белеү ялына йәлеп итеү, халыҡтың мәҙәни кимәлен һәм ижади әүҙемлеген күтәреү маҡсатында ойошторолған.

– Шулай уҡ парк территорияһында мотлаҡ рәүештә шыршы, ҡайын, ҡаштан, тирәк кеүек яңы ағастар, төрлө ҡыуаҡлыҡтар ултыртабыҙ. Бөтә парк майҙанын да яңы брусчатка менән түшәү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эскәмйәләр һәм яҡтылыҡ менән йыһазландырылған яңы йәйәүлеләр аллеяһы өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Унда республикабыҙ, ҡалабыҙ рухына тап килгән яңы скульптуралар, төбәктең күренекле шәхестәре, тыуған яҡ тарихы тураһында мәғлүмәт стендтары урынлаштырыласаҡ. Һәм киләсәктә йырлаусы фонтан да булдырыласаҡ, – тип тамамланы сығышын Рафаэль Мифтахов.

Ул ҡалабыҙҙың иң матур урындарының береһе булған, бар һәм буласаҡ. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала. Йәйен дә ҡышын да беҙҙең ҡала ҡунаҡтары паркка аттракциондарҙа күңел асырға, ҡыҙыҡлы тамашалар ҡарарға, тауҙа шыуырға, матур аллеялар буйлап йөрөргә, күргәҙмәләргә барырға һәм байрамдар үткәрергә килә. Бында изгелек, шатлыҡ, бәхет һәм яҡшы кәйеф мөхите хакимлыҡ итә. Быларҙың барыһы ла паркты йылдан-йыл яҡшырта барыусы берҙәм коллективтың ҙур хеҙмәте. Улар йыл әйләнәһенә ҡунаҡтарға шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Паркка тағы ла бихисап яңынан-яңы уңышлы проекттар һәм сәскә атыуын теләйбеҙ!

Гүзәл РӘМИЕВА

Фото авторҙары Әлфиә Мансурова, Гүзәл Рәмиева һәм шулай уҡ “Гагарин” паркының рәсми сайтынан.

Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Бында изгелек һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас