Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Июнь 2025, 13:02

НИНДӘЙ МАЛДАН ҠОРБАН САЛЫРҒА?

Изге ғәмәлдәргә бәйле аңлатмалар Бына инде Зөлхизә айына ла аяҡ баҫтыҡ. Был айҙа ниҙәр эшләргә, нисек эшләргә, нимәләр нисек эшләргә, нимәләр эшләргә ярамай – ошоларҙы аңлатыуын һорап, Стәрлетамаҡ районы Мәҡсүт ауылында йәшәп, ҡуй үрсетеүсе эшҡыуар Урал хәҙрәткә мөрәжәғәт иттек.  

НИНДӘЙ МАЛДАН ҠОРБАН САЛЫРҒА?НИНДӘЙ МАЛДАН ҠОРБАН САЛЫРҒА?
НИНДӘЙ МАЛДАН ҠОРБАН САЛЫРҒА?

– Урал хәҙрәт, Зөлхизә айының тәүге ун көнө бигерәк тә мөһим тип баһалана. Ошо хаҡта ентекләберәк аңлатығыҙ әле?..

 – Мосолмандар был айҙы ихлас тәүбә итеү, зикер әйтеү, Ҡөрьән уҡыу, төнгө намаҙ – тәһәжжүд ҡылыу, атаәсәбеҙгә хөрмәт күрһәтеү, күршеләребеҙгә яҡшылыҡ эшләү, зикер әйтеү, ураҙа тотоу, дини белемдәребеҙҙе арттырыу, намаҙҙарҙы йәмәғәт менән ҡылыу, ярлыларға ярҙам ҡулы һуҙыу, мосолман эштәрендә әүҙем ҡатнашыу, етешһеҙлектәребеҙҙән арыныу, туғандарыбыҙ менән араларыбыҙҙы яҡшыртыу һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр менән башлап ебәрергә тейеш. Зөлхизә айының беренсе туғыҙ көнөндә ураҙа тотоу хупланыла. Унынсы көнгә килгәндә – ул байрам һәм икенсе бөйөк ғәмәл – ҡорбан салыу көнө, ә исламдың ике байрам көнөндә ураҙа тотоу рөхсәт ителмәй.

Был көндәрҙә Аллаһ Тәғәлә кемгәлер хаж насип итһә, бының сауабы әйтеп бөтөргөһөҙ. Әгәр кешенең хаж ҡылырға мөмкинлеге бар икән, ул быны тиҙерәк ҡулланырға тырышһын.

Әлбиттә, хаж ҡылмаған кешеләр өсөн Зөлхизә айының иң изге эштәренең тағы ла береһе – ҡорбан салыу.

– Мосолман булмаған кеше ҡорбан сала аламы? Әгәр эргәһендә мосолман кеше кәрәкле доғаларын әйтеп торһа, әгәр ярай икән, ниндәй доға әйтергә? Әгәр арала мосолман булмағандар бар икән, уларға был ҡорбан итенән ашарға яраймы?

– Малды салған кешенең мосолман булыуы һәм уның тәсмиә ҡылыуы (салғанда Аллаһ исемен әйтеүе) мотлаҡ. Ҡорбан салғанда: Бисмилләһ. Аллаһү әкбәр, Аллаһү әкбәр, лә иләһә илләллаһ. Үаллаһү әкбәр, Аллаһү әкбәр, үә лилләһил-хәмд”, – тип зикер ҡылыу сөннәт.

– Ҡорбан байрамына салынған малдың ниндәй өлөштәрен ашарға ярамай? Баш-тояҡтар, йөрәк-бауыр, үпкә-бөйөрҙәр – уларҙы ит менән бергә бүлергәме, әллә башҡасараҡмы?

– Малдың ете өлөшөн ризыҡҡа ҡулланырға ярамай: иркәктең енес ағзалары; орғасының енес ағзалары, йомортҡалыҡтар, бәүел ҡыуығы, үт ҡыуығы, аҡҡан ҡан, биҙҙәр. Үрҙә һаналғандарҙан тыш, хайуандың бөтә ҡалған өлөштәрен ризыҡҡа ҡулланырға рөхсәт ителә.

 – Ҡорбан итеп салына торған малды нисек һайларға? Һарыҡтан башҡа тағы ла ниндәй хайуанды ҡорбан итеп салырға ярай?

 – Ҡорбан ителә торған хайуандың төп өс тән өлөшөнә иғтибар итер кәрәк: ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ. Нәҡ ошо тән өлөштәрендә йыш ҡына етешһеҙлектәр була. Ғөмүмән, әгәр ҙә етешһеҙлек иткә тәьҫир итмәһә һәм мал сатан, һуҡыр, ныҡ сирле һәм ябыҡ булмаһа, уны ҡорбан итеп салырға ярай. Һарыҡ, кәзә, һыйыр, буйвол, дөйә малдарын ҡорбан итеп салырға була. Уларҙың ниндәйҙер бер енестә булыуы шарт түгел. (Тимәк, һарыҡ тәкәһе, кәзә тәкәһе, үгеҙ, ата буйвол, ата дөйә лә ҡорбан хайуандарына инә). Малдың йәшен иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡорбанлыҡ булыу өсөн һыйыр йә үгеҙ ике йәшкә етергә тейеш, йәшерәк булһа – ярамай. Һарыҡ иһә бер йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Әммә етенсе ай менән барған бәрән ҙур булһа, ул саҡта ундайҙарҙы ла ҡорбанға килтерергә мөмкин.

– Эре малды ҡорбан иткәндә бер нисә кеше исеменән салырға яраймы?

– Бер һарыҡты бер кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салалар. Һыйыр йәки үгеҙҙе – ете кеше исеменән, әммә был осраҡта шундай шарт бар: ете кешенең һәммәһе лә быны Аллаһҡа яҡынайыу өсөн эшләргә тейеш. Әгәр ҙә ул ете кешенең береһе генә булһа ла ит өсөн өлөшкә керһә, ҡалған алтыһының да ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә малдың ите, ҡаны кәрәк түгел, Уға кешеләрҙең ихласлығы мөһим.

– Ҡорбан итен кемдәргә таратырға була? Тиреһен ҡайҙа ҡуйырға?

 – Ҡорбан итен мосолмандар араһында ла, мосолман булмағандар араһында ла таратырға мөмкин. Кем иткә нығыраҡ мохтаж, шуларға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ.

 Ҡорбан салғандан һуң тиреһен кемгәлер ҡулланыу өсөн бирергә, йә уны ергә күмеп юҡ итергә мөмкин. (Кәрәкмәгән) эске ағзаларын да күмергә була.

– Йыш ҡына: “Мәрхүмдәр өсөн ҡор-бан салырға яраймы?” – тигән һорау бирәләр. Йәғни кешеләр шул рәүешле уларҙың сауаптарын арттырырға теләй.

– Дин ғалимдарының фекеренсә, әгәр ҙә кеше үлер алдынан үҙ исеменән ҡорбан салырға васыят ҡалдырған булһа – ярай. Ә инде кеше ундай васыят ҡалдырмаһа, был осраҡта төрлөсә фекерҙәр бар. Рөхсәт итеүселәр, ундай ҡорбан ите (йәғни васыятһыҙ салынған ҡорбан ите) тулыһынса саҙаҡа итеп таратылып бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Әммә, фекер берлеге булмағас, ундай эштән тыйылып ҡалғаның яҡшыраҡ. Мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙыла торған бүтән эштәр ҙә бар бит. Мәҫәлән, уның өсөн ҡылынған доға. Доғаны мәрхүмдең үҙ балаһы ҡылһа – тағы ла яҡшы. Бында фекер төрлөлөгө лә, шик тә юҡ.

Үҙ ҡорбаныңды үҙ ҡулдарың менән салыу ҙа вәжиб һанала. Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә ҡорбан салыусы кеше үҙенең сәс-тырнаҡтарын ҡырҡмаҫҡа тейеш.

 Иң мөһиме, салынасаҡ ҡорбандарыбыҙҙы һәм ошо бәрәкәтле көндәрҙә ҡылыныр изгелектәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.

Фото Урал ӘЛИМБАЕВтың шәхси архивынан алынды.

 

Әҙәм балаһы үҙ Раббыһына доға ҡылыу тураһында бер ҙә уйлап бирмәй. Доға күпме бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр ине, кеше шул арҡала тормошон ҡырҡа үҙгәртер ине. Доғаның төп мәғәнәһе – мөрәжәғәт, теләк, ялбарыу, үтенеү, ярҙам һорау. “Миңә доға ҡылып ҡына тороғоҙ, Мин уларҙы ҡабул итермен. Тәкәбберләнеп Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартҡан кешеләр генә хурлыҡҡа ҡалып, йәһәннәмгә төшөрөлөр”, – тиелә Ҡөрьәндә. “Ғафир” (Мөьминдәр) сүрәһе, 60-сы аят. Доға намаҙҙың төп терәге, нигеҙе, асылы”, – тигән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас