Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Июнь 2025, 10:59

ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ

Стәрлетамаҡта “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы үтте Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 30 йыл. Ошо сараға арнап һәм улай ғына түгел, киләһе биш йыллыҡҡа пландар уйлап, ғөмүмән, милләтебеҙ ниндәй юлдан бара, нимәләргә иғтибар итергә, нимәләр мөһим тигән һорауҙарға яуап эҙләп Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы уҙғарылды. Сарала уҡытыусылар, балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр, китапханасылар, студенттар медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, эшҡыуарҙар, студенттар һәм ижади шәхестәр ҡатнашты. Ғөмүмән, төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө быуын вәкилдәре бергә алда әйтеп үткән һорауҙарға яуап эҙләне.

ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ

Тәҡдимдәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаясаҡ!..

Тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының презиум ағзаһы, демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы Ләйсән Йосопова ҡала хакимиәтенең идеяларҙы күтәреп алырға гел әҙер булыуҙарын, ойошманың әүҙем һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыуын билдәләп үтте:

– Бөгөн милли ойошманың яңы үҫеш йүнәлешен һайлау, алдағы биш йылға стратегик проекттарҙы туплау, яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыу маҡсаты менән йыйылдыҡ. Бындай саралар аша беҙ милләтебеҙ алдында торған һорауҙарға яуап табырға тырышабыҙ. Ошо залда яңғыраған фекерҙәргә мотлаҡ урындағы ҡоролтай эшендә лә ҡулланасаҡбыҙ, Өфөгә тәҡдим сүрәтендә лә ебәрәсәкбеҙ. Тәҡдимдәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаясаҡ! – тип билдәләне Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.

Хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов исеменән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев сәләмләне. Үҙенең сығышында ул барыһына уңыштар теләне һәм:

– Бында туған телде һаҡлау, тыуған яҡ тарихына һөйөү, мәғариф системаһын үҫтереү кеүек төп йүнәлештәр буйынса фекер алышыу һәм ҡарарҙар тәҡдим итеү өсөн башҡорт халҡының активы йыйылды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сара башында Ҡоролтайҙың әүҙем ағзаларына, шула    й уҡ урында башҡорт мөхитен үҫтереүҙә фиҙәҡәт хеҙмәт күрһәткән ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Флүр Садиҡов,  “Ашҡаҙар” гәзитенең сайты һәм верстка буйынса инженеры Гөлнара Зәйнетдинова һәм Стәрлетамаҡ башҡорт йәштәре ҡоролтайы етәксеһе Рөстәм Батталов бүләкләнде. Дәрт һәм күңел йылыһын өҫтәп, “Хазина” ансамбле музыкаль күстәнәс әҙерләне. Ярыш формаһындағы сарала ун команда мәктәпкәсә балалар менән эшләү, Ҡоролтай проекттарын медиа-пропагандалау, йәштәрҙе ҡоролтай эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре буйынса көс һынашты. Командалар бер тематик өҫтәлдән икенсеһенә сиратлап күсеп, һәр йүнәлеш буйынса тәҡдимдәр индерә барҙы. Презентацияларҙы абруйлы эксперттар, белгестәр баһаланы.

Йәштәргә берләшер урын кәрәк!

Был ҡыҙыҡлы сарала республикабыҙҙа һәм унан тыш башҡорт телен үҫтереү мәсьәләләре балалар баҡсалары, уҡыу йорттары, журналистика өлкәһе һәм эшҡыуарлыҡ күҙлегенән сығып тикшерелде.  Һәр ҡатнашыусы үҙенең ҡыҙыҡлы идеяларын тәҡдим итә алды. МХО зонаһында булған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү һәм уларҙы йәмәғәт эшмәкәрлегенә йышыраҡ йәлеп итеү бурыстары ла ҡуйылды. Һәр команда бик күп ҡыҙыҡлы идеялар бирҙе...

Гүзәл РӘМИЕВА

Автор фотолары.

Тулы материалды беҙҙең гәзит биттәрендә уҡый алаһығыҙ. “Ашҡаҙар”ға яҙылығыҙ.

ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас