

Айҙарҙың иң бөйөгө Зөлхизә айы ла килеп етте. Ошо айҙың унынсы көнөндә, беҙ, мосолмандар өсөн бөйөк байрамыбыҙ – Ҡорбан ғәйете көнө. Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың ике байрамдарының береһе. Аллаһ Тәғәлә Зөлхизә айының ошо көндәре менән ант итә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә әйтте: “Башҡа көндәрҙә эшләнгән яҡшылыҡтарға ҡарағанда ошо ун көндә эшләнгән яҡшылыҡтарҙы Аллаһ Тәғәлә яраталыр” тине. Пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләре ошо ай ингәндә яҡшылыҡ эшләргә береһе менән береһе ураҙа тотоп, нәфел намаҙҙары уҡып, хәйер таратыу, Аллаһты маҡтау һүҙҙәрен әйтеү менән ярышалар ине.
Ошо көндәрҙең яҡшылығын белгәндән һуң нисек инде яҡшы эштәрҙе ҡалдырып, тыныс ҡына ултыра алырбыҙ икән, әйҙәгеҙ көндәрҙе Аллаһ Тәғәләне маҡтау һүҙҙәре, үкенеүҙәребеҙ, яҡшы эштәр иң мөһиме бишенсе июнь көнөн ураҙа тотоу менән үткәрәйек.
Ҡорбан байрамы намаҙ уҡыуҙан башлана, ҡояш сыҡҡас 40-45 минут үткәндән һуң төшкә тиклем уҡыла. Мәсеттә мосолмандар намаҙ уҡый, саҙаҡалар бирә, һуңынан туғандарына, яҡындарына, дуҫтарына бара.
Ғәйет намаҙынан һуң ҡорбан салына. Шәриғәт хөкөмө буйынса һый-хөрмәт әҙерләнә, ҡорбан итен өскә бүләләр, бер өлөшө фәҡирҙәргә, икенсе өлөшө туғандар, дуҫтар, күршеләр өсөн, өсөнсө өлөшөн үҙегеҙгә ҡалдырһағыҙ ҙа була. Пәйғәмбәребеҙ “Минең өммәтемдең яҡшылары ҡорбан сала, ямандары уны ҡалдыра” тине.
Ҡорбан байрамы кешелек тарихында тәрән тамыр йәйгән мөһим бер хәл, ваҡиға, мосолмандар мәҙәниәтендә ғына түгел, монотеистик диндәрҙән булған христиан, йәһүди мәҙәнитендә лә мөһим урын биләй.
Беҙ, мосолмандар өсөн бөйөк, изге Ҡорбан байрамы тарихы башы пәйғәмбәребеҙ килгәнгә тиклем күп йылдар үткәндәргә ҡайтып ҡала.
Беренсе ғәйет көнө байрам намаҙын уҡыу менән башлана. Намаҙ уҡыр алдынан тулы ғөсөл ҡойонорға, таҙа байрам кейемен кейергә һәм үҙеңә хушбуй һөртөргә кәрәк. Ҡорбан намаҙ уҡығандан һуң ғына салына, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ғаилә исеменән эшләнә (быйыл ирем, икенсе йыл ҡатыным,өсөнсө йыл балам өсөн түгел).
Ғәйет намаҙҙары Отрадовка ауылы мәсетендә 5 сәғәт 15 минутта, Иҫке мәсеттә (Латипов урамы, 47) – 8 сәғәттә, Тыныслыҡ урамы, 15, Хәлид бин Вәлид мәсетендә һәм Ҡаранай Моратов урамындағы мәсеттә 10.30 сәғәттә уҡыла.
Барығыҙҙы ла Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, изге теләктәр менән,
РИШАД хәҙрәт.