Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Июнь 2025, 03:00

“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә

Күптән түгел, ҡалабыҙҙа вело миҙгелде асыу тантанаһы үтте. “1000 велосипедсы көнө” быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм “Таҙа һауаны һайлайым” Бөтә Рәсәй экологик акцияһына арналды. 1000 велосипедсы тиһәләр ҙә, Стәрлетамаҡта ҡатнашыусылар һаны 4000дән ашыу булды. Был ҡыҙыҡлы сара ғаиләләрҙе, хеҙмәт коллективтарын, йәмәғәт ойошмаларын һәм әүҙем ял яратыусыларҙы берләштерҙе. Велоуҙышта Ишембай, Салауат, Мәләүез һәм башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа булды.

“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә

...«Велокомпания” номинацияһында Петр Терехов етәкселегендәге «Перекат» балыҡсылыҡ клубы еңеүсе булды. Яруллиндар ғаиләһе Иң яҡшы «Велоғаилә» тип танылды. Сығарылған йылы буйынса иң өлкән велосипед Георгий Рябченкола булды. Конкурс Короле исемен Михаил Мөхәмәтдинов яуланы, ә бына Королевалар бер нисәү булды: 88-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм педагогтары. Улар велоуҙышҡа 90-сы йылдар стилендәге аэробика костюмдары кейеп килгән һәм ярышта иң сағыу ҡатнашыусылар булды. Еңеүселәрҙе физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Павел Иванов бүләкләне.

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған велоуҙышта беҙ ҙә шатланып ҡатнаштыҡ! Был ваҡиға беҙҙе геройҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеүҙә һәм мөһим юбилейҙы билдәләүҙә берләштерҙе. Саф һауала берҙәмлек энергияһынан ләззәт алып, матур ҡалабыҙ буйлап үтеп, һәр беребеҙ был мөһим ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерҙе, азатлыҡ өсөн көрәшкәндәрҙең батырлыҡтарын иҫкә төшөрҙө. Шулай тормошта беҙ сағыу мәлдәр булдырабыҙ һәм берҙәмлек рухын нығытабыҙ.

Гүзәл РӘМИЕВА

Автор фотолары.

Тулы материалды “Ашҙар”ҙа уҡый алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ.

“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
“1000 велосипедсы” тиһәләр ҙә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас