Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 12:44

Һабантуй - ул берҙәмлек символы

Йәйҙең иң  көтөп алынған байрамы – һабантуй  Стәрлетамаҡ районында быйыл да гөрләп үтте.  Һабан байрамының иң  сағыу мәле – Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт усаҡтарына  заманса ҡорамалдар тапшырыу булғандыр, моғайын. Яңы техника “Берҙәм Рәсәй” Халыҡ программаһының  “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партпроекты сиктәрендә алынды.

Һабантуй  - ул берҙәмлек символыҺабантуй  - ул берҙәмлек символы
Һабантуй - ул берҙәмлек символы

Был ябай ғына ҡорамал түгел – был ауыл клубтарына  һәм мәҙәниәт йорттарына, ижади коллективтарға,  сәнғәт менән йәшәүселәр өсөн яңы мөмкинселектәр, тигән һүҙ. Был көндө ҡорамалдар комплекты өс ауылдың мәҙәниәт усағына – Наумовка, Алатана һәм Яңы Барятин ауылдарына тапшырылды. Был ваҡиға мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыуға мөһим аҙым булды һәм ул саралар, репитициялар һәм ижади осрашыуҙар уҙғарыу  өсөн шарттарҙы яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.

Хәҙер был ауылдарҙың халҡы сифатлы сығыш яһауҙан ләззәт аласаҡ, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашасаҡ һәм үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерәсәк, тимәк. Һабантуй – ул байрам ғына түгел, ә иһә райондың мәҙәни үҫешкә ынтылышы һәм берҙәмлек  символына әйләнде.

 

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сайтынан алынды.

Һабантуй  - ул берҙәмлек символы
Һабантуй  - ул берҙәмлек символы
Һабантуй  - ул берҙәмлек символы
Һабантуй - ул берҙәмлек символы
Автор:Роза Сафина
Читайте нас