Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 11:05

Балаларыбыҙҙа дәүләтселек рухын үҫтерергә тейешбеҙ!

12 июнь Рәсәй халҡы өсөн – дәүләт байрамы һәм ул Рәсәйҙең тыуған көнө тип һанала. Был көн Рәсәй өсөн ғорурлыҡ һәм ихтирам, патриотизм көнө. Тыуған илгә һөйөү Рәсәйҙең һәр кешеһен берләштерә һәм уның һәр гражданын ҡәҙерләү тураһында уйланырға һәм айырым иғтибар бирергә мәжбүр итә. Ошо уңайҙан фекерҙәрен һорап, бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Балаларыбыҙҙа дәүләтселек рухын үҫтерергә тейешбеҙ!Балаларыбыҙҙа дәүләтселек рухын үҫтерергә тейешбеҙ!
Балаларыбыҙҙа дәүләтселек рухын үҫтерергә тейешбеҙ!

Ләйсән ЙОСОПОВА, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

– Рәсәй көнөнә ҡарата Башҡортостан тарихындағы өс этап гелән генә иҫкә төшә. Беренсе этап –  ул ун алтынсы быуатта беҙҙең башҡорт ырыуҙары, башҡорт ҡәбиләләре ҙур-ҙур йыйындар үткәреп, йыйындарҙа аҡһаҡалдар кәңәш ҡороп, башҡорт халҡының үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуы. Һәм был Рәсәй тарихында ғына түгел, милләт булараҡ, башҡорттар өсөн дә мөһим сара (ваҡиға) булып сыға. Сөнки  артабан тарҡалған өс дәүләт эсендә булған башҡорттар – Ҡазан ханлығында, Себер ханлығында, Нуғай Урҙаһында булған башҡорттар (ун алтынсы быуатта,  Иван Грозный  заманында) бөтәһе лә дәррәү, көслө дәүләт була. Башҡорттар үҙ ирке менән шул дәүләт эсенә инеп берләшә һәм шул берҙәмлек менән үҙҙәре өсөн бик ҙур киләсәк яулай. Сөнки шул берҙәмлек менән  үҙенең киләсәген, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, ергә, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен һаҡлап алып ҡала ала.

Икенсе этап революциянан һуң була, ул – үҙебеҙҙең тәүге автономиялы дәүләт нигеҙен  һалыу. Башҡортостан, республика булараҡ, Рәсәй картаһында тәүге автономиялы республика була һәм дә был шулай уҡ артабанғы тарихыбыҙға, Рәсәй тарихына ла (милләт-ара) бик ҙур йоғонто яһай. Сөнки Рәсәйҙә ул ваҡытта революциянан һуң ике йүнәлеш була: Рәсәйҙең киләсәген административ яҡтан нисек төҙөргә? Мәҫәлән, берәүҙәр ул федератив республика булһын тиһәләр, бәғзеләр ул республика унитар булырға тейеш, бөтә административ бүлектәр бер иш, губернамы, штат буламы –  әммә ләкин бер иш булырға тейеш, тигән фараз йөрөтә.

Өсөнсө этап – туҡһанынсы йылдарҙа Башҡортостан суверенитетын яулау. Был – үҙебеҙҙең дәүләтселекте нығытыу тигәнде аңлата. Суверенитет һүҙе 2000-2001-се йылдарҙа дәүләтселек һүҙе менән алмаштырылһа ла, суверенитеттың яулауҙары, уның кимәле, уның дәрәжәһе һәм мәғәнәһе юғалмай. Шул замандың нигеҙендә беҙ үҙебеҙҙең дәүләтселекте көсәйтә алабыҙ. Ул – дәүләт теле булһынмы, мәҙәниәт булһынмы, үҙебеҙҙең милли мәктәптәр булһынмы, полилингваль мәктәптәр булһынмы, Турахан мавзолейы, Шүлгәнташ булһынмы һәм башҡа ҡомартҡыларыбыҙҙы, үҙебеҙҙең тарихи геройҙарыбыҙҙы (уларҙың исемдәре бихисап) – бөтәһен дә күтәреү өсөн, бөгөнгө көндә башҡорттарҙың һанын да арттырыу өсөн, ғаиләләрҙе күтәреү өсөн күп саралар үткәрелә. Артабан да ошо юҫыҡта эшләү, йәшәү – ул Рәсәй составында күп йылдар иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоноп бергәләшеп тарих биттәрен байҡау, тарих биттәрен яҙыу  тигәнде аңлата. Шуға күрә Рәсәй көнө – ул бик ҙур мәғәнәле байрам һәм, Мостай Кәрим яҙғанса, “Рус түгелмен, ләкин россиян мин”  һәм бына нисәмә быуат беҙҙең тамырҙарыбыҙ бергә үҫеп, бер-береһенә ҡатышып, нығынып, көслө булып йәшәүебеҙҙең ҙур сығанағы. Шуға күрә Рәсәй байрамы – мөһим байрамдарҙың береһе, дәүләтебеҙҙең көсө, ҡеүәте, яҡты киләсәге бына ошо көндә, ошо байрамда сағыла. Алла бойорһа, беҙ уның яҡты киләсәге өсөн хеҙмәт итербеҙ, тырышырбыҙ һәм дә  ошо  дәүләтселек рухын балаларыбыҙҙа ла үҫтерергә тейешбеҙ, тигән фаразда ҡалабыҙ.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас