Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 11:55

Еребеҙгә, илебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе йәш быуында ла тәрибәләйек!

Вәсилә ХАЛИҠОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе:

Еребеҙгә, илебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе йәш быуында ла  тәрибәләйек!Еребеҙгә, илебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе йәш быуында ла  тәрибәләйек!
Еребеҙгә, илебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе йәш быуында ла тәрибәләйек!

– Рәсәй – ҙур бер гөлләмә. Шул гөлләмәнең иң матур сәскәһе – беҙҙең Башҡортостан. Беҙҙә күп милләттәр дуҫ-татыу булып йәшәй.  

Был ерҙә ата-бабаларыбыҙ йәшәгән, беҙ йәшәйбеҙ һәм Рәсәй тигән ҙур дәүләт балаларыбыҙға, киләсәк быуынға ҡаласаҡ. Ысынлап та, илебеҙ донъяла иң ҙур һәм күп милләтле, шуға күрә уға идара итеү еңелдән түгел, уның берҙәмлеген һәм сигенең именлеген һаҡлап ҡалыу ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Беҙ, ағинәйҙәр төркөмө Тыуған илдән дә ҡәҙер­лерәк ер булмауын яҡшы аңлайбыҙ, ошо оло йәшкә етһәк тә,  хәлебеҙҙән килгәнсә илебеҙгә хеҙмәт итәбеҙ, махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Тыуған еребеҙгә, илебеҙгә булған сикһеҙ һөйөүебеҙҙе, ошо рухты йәш быуында тәрбиәләргә тырышабыҙ!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас