Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 11:35

РӘХМӘТ РӘСӘЙГӘ!

Рәлиф РӘХИМОВ, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған химигы, СССРҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы:

РӘХМӘТ РӘСӘЙГӘ!РӘХМӘТ РӘСӘЙГӘ!
РӘХМӘТ РӘСӘЙГӘ!

– Егерменсе быуат башында В.И.Ленин Батша Рәсәйендә революцион дәүләт түңкәрелеше ойоштора, етештереү (производство) сараларын булдырыуға коммунистик мөнәсәбәт менән совет дәүләтен ойоштороуға нигеҙ һала. Ерҙәрҙе, заводтарҙы һәм фабрикаларҙы крәҫтиәндәргә һәм эшселәргә файҙаланыуға тапшыра. Тиҙҙән колхоздар һәм сохоздар барлыҡҡа килә башлай, илде дөйөм электрлаштырылыу башлана, атом энергетикаһы, йыһан сәнәғәте һ.б. йылдам темптар менән үҫешә башлай. Ниһайәт, СССР  тигән исем аҫтында ҡеүәтле, суверенлы дәүләт барлыҡҡа килә.

Мин, тыуғандан алып,  туҡһан йылға яҡын Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы, СССР составындағы Башҡортостанда йәшәнем һәм әле лә яңыртылған Рәсәй  Федерацияһында йәшәйем. СССР заманында коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ тип вәғәҙә иттеләр. Шәхсән үҙем быны 1985 йылдарҙа тойҙом, был осорҙа балалар баҡсалары, белем биреү, медицина һәм коммуналь хеҙмәттәр бушлай тиерлек ине.

Тарих шуны күрһәтә: теләһә ҡайһы  дәүләт ҡоролошо ла  үҙенең камиллашыуын һәм яңыртылыуын талап итә. Был турала М.С.Горбачев һөйләгәйне. М.С.Горбачев һәм Б.Н.Ельцин, СССР йәшәүҙән туҡталыуға, илдең халыҡ хужалығы үҫеше алымдарын шулай яңыртты. Бәхеткә ҡаршы, күптәр СССР йәшәүҙән туҡтаны тип фекер йөрөтһә лә, ул йәшәүҙән туҡтаманы. Президентыбыҙ В.В.Путиндың аҡыллы эш итеүе арҡаһында,  ХХI быуаттың егерме биш йылы эсендә  СССР донъяла яңы, ҡеүәтле, суверенлы, дуҫ, берҙәм  илгә әйләнде. Күп дуҫ илдәр лайыҡлы, тыныс йәшәү өсөн беҙҙән өлгө алырға тырышалар.

Әлеге ваҡытта беҙ бәхетле, туҡлыҡта һәм муллыҡта йәшәйбеҙ. Рәхмәт Рәсәйгә!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас