Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 11:25

РӘСӘЙ КӨНӨНӘ ҠАРАТА ФЕКЕР

Зәлиҙә НАЗАРОВА, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжының директор урынбаҫары:

РӘСӘЙ КӨНӨНӘ ҠАРАТА ФЕКЕРРӘСӘЙ КӨНӨНӘ ҠАРАТА ФЕКЕР
РӘСӘЙ КӨНӨНӘ ҠАРАТА ФЕКЕР

 – Рәсәй дәүләтенең үткән юлына, тарихына күҙ һалһаҡ, ул бер ваҡытта ла еңел булмаған. Һәр сәйәси ҡоролоштоң да ыңғай һәм кире яҡтары бар, шуға ла беҙ, үткәндәрҙән һабаҡ алып, илебеҙҙең киләсәге яҡшы һәм ныҡлы булһын өсөн, үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслы.

Уның артабанғы үҫеше һәр граждандың ҡарашына, сәйәси әүҙемлегенә, ваҡиғаларға битараф ҡалмауына, Конституцияның һәм закондарҙың үтәлешенә иғтибарлы булыуына бәйле икәнлеген дә оноторға тейеш түгелбеҙ. Йылдан-йыл был байрамдың йөкмәткеһе тулылана бара. Ысын патриотизм ил кешеләрендә оло һынауҙар аша үтеп, сынығып ҡына барлыҡҡа киләлер

Автор:Роза Сафина
Читайте нас