

Унда Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең төп белгесе Рафаэль Әбүләев, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Өфө фән һәм технологиялар университетеның Стәрлетамаҡ филиалы колледжы директоры, ҡоролтайҙың йәштәр комитеты рәйесе Рөстәм Батталов, 23-сө полилингваль мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнар Ғималова, Ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге етәксеһе Хәлиҙә Абдрахманова, башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Шәмиғолова, шағир Кәрим Булат, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре һәм ҡаланың башҡа мәҙәниәт усаҡтарынан әүҙемселәр ҡатнашты. Улар батыр рухын иҫкә алып шиғырҙар һөйләне, рус һәм яҙыусыларының батырға бәйле әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп үтте һәм Салауат бюсы алдына батыр рухына арнап гөлләмәләр һалды. Сара аҙағында унда ҡатнашыусылар бергәләшеп фотоға төштө.
– Йыл һайын сауҙагәр байрамын гөрләтеп үткәргән һымаҡ, беҙҙең ҡалала Салауат Юлаевҡа арнап, йыл да ҙур йыйын уҙғарырға тейешбеҙ, - тине Ләйсән Йәркәй ҡыҙы. – Милли геройыбыҙ сәсән дә, йырсы-импровизатор ҙа, халыҡ бәхете өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеүсе лә.
Салауат образы республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар.
Уның исеме ҡалаға, район, хоккей клубы, предприятиеларға, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, бихисап ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.
Ошо ҡыҫҡа ғына, әммә тәрән йөкмәткеле сарала күпме әҫәрләндергес һүҙҙәр әйтелде! Әйтерһең дә, йылдар аша Салауаттың үҙе менән осрашып күрешкәндәй булдыҡ. Йөҙәр йылдар үтһә лә, Салауат батырҙың ҡаҡшамаҫ рухы халҡыбыҙ күңелендә нығыраҡ урын ала бара һәм ошо ғорурлыҡ тойғоһо мәңге йәшәр, иншалла!
Роза САФИНА.
Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.