Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Июнь 2025, 10:45

ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!

Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернатында  “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төп бурыстар” тигән темаға методик  семинар уҙғарылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар милләтебеҙҙең һәм республикабыҙҙың актуаль темаларын күтәреп сыҡты. Улар бергәләп “Балала туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм ул башҡорт телен еңел өйрәнһен өсөн нисек эшләргә?”  тигән мөһим һорауға яуап эҙләне.

ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!

Башҡорт телен үҫтереү буйынса методик семинарҙы ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  Мәғариф, фән, башҡорт  телен  һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы,  Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы.

Был мөһим һәм көнүҙәк сарала Стәрлетамаҡ  ҡала хакимиәте башлығы  Эмиль  Шәймәрҙәнов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  Михаил Григорьев һәм Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡтар менән берлектә,  Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡоролтай ағзалары, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм тәрбиәселәре, ата-әсәләр комитеты ағзалары, методистар, мәғариф бүлеге начальниктары  ҡатнашты.

Сарала төп спикер булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен  үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина  сығыш яһаны.

Лицейҙың тамаша залына  сараға йыйылыусыларҙы Павел Николевич сәләмләгәндән һуң Лариса Хашим ҡыҙы һүҙ алды. Ул үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы. Уның докладының темаһы “Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләре”  тип аталды.

Семинарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йосопова үҙенең сығышында “БР халыҡтары телдәре тураһындағы” Законды тормошҡа ашырыу буйынса Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттарының  эш тәжрибәһенән сығып үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Сара аҙағында  фекер алышыу һәм башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.

Саҡырылған ҡунаҡтар  Ләйсән Йәркәй ҡыҙы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы  Гөлнур Тауис ҡыҙы Илмәтова менән берлектә ҡалабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән танышып үтте.

Саранан һуң методик семинарҙа ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары – Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның “Алтынай” мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, 16-сы балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты.

  “Кәкүк сәйе”, Балалар һабантуйы  кеүек  саралар, балалар менән аралашыу, кескәйҙәр өсөн булдырылған башҡорт мөхите һәммәһенең  дә күңелдәренә хуш килде.

 

Сарала ҡатнашыусылар, ошондай мөһим һәм көнүҙәк семинарҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр әйтеп,  алда беҙҙе тағы ла ошондай йылы һәм мәғәнәле осрашыуҙар көтһөн, тигән теләктә таралышты.

 

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәсми сәхифәһенән алынды.





ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
ТЕЛ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ КҮТӘРЕЛДЕ йәки Тел бөтмәһә, ил бөтмәҫ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас