Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Июня 2025, 07:05

КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы үҙенең юғары профессиональ оҫталығы, сағыу тамашалары һәм гастролдәр эшмәкәрлеге менән Башҡортостанда ғына түгел, ә илебеҙ төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә танылыу яулауын дауам итә. Әлеге ваҡытта ике ҙур коллективты – Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрын һәм Филармонияны үҙ эсенә алған берләшмәлә өс йөҙгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Мәғлүм булыуынса, 2013 йылда был коллективтарҙы бергә ҡушып Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе статусы бирелгәйне. Утыҙ дүрт йылдан ашыу эшләү дәүерендә был ике коллектив республикабыҙ мәҙәниәтендә һәм профессиональ сәнғәттә үҙ тарихын булдырып, халыҡтың рухи донъяһын байытыу өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүен дауам итә. Быйылғы сираттағы ижад миҙгелен ябыу уңайынан ҡалабыҙҙағы абруйлы мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһын туғыҙ йыл етәкләгән директор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Харис Зәбих улы ӘБДРӘХИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫПКҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП

Халыҡтың зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн

– Харис Зәбихович, ошо тиклем ҙур, күп милләтле коллективты етәкләүегеҙ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Еңеү артынан еңеү... Әле башҡорт театры коллективы, әле фи-лармония коллективтары үҙҙәренә генә хас балҡышы менән ҡалабыҙҙың данын күтәрә. Филармония коллективтары тигәндән, биш ижади төркөм: “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, Бейеү театры, Халыҡ и н с т р у м е н т т а р ы оркестры, “Сәрби” сыуаш эстрада-фольклор ансамбле һәм әҙәбимузыкаль лекторий берҙәй үк ҙур уңыштарға ирешә. Уңыштарығыҙҙың сере нимәлә?

– Сере ябай – берҙәм булып, тамашасы өсөн эшләйбеҙ. Шуға күрә, халыҡтың зауығын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, эшмәкәрлекте юғары кимәлдә алып барыу, ойоштороу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Беренсе нәүбәттә, барыһын да кадрҙар хәл итеүен аңлап, ижади төркөмдәргә профессиональ артистарҙы туплауға, уларҙың сәхнә оҫталыҡтарын, белемдәрен камиллаштырыуға, үҫтереүгә, уҡытыуға һәм торлаҡ мәсьәләһендә ярҙам итеүгә етди иғтибар бирәбеҙ. Өфө дәүләт сәнғәт институты, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта институтта маҡсатлы йүнәлеш буйынса ике студент уҡый, колледжда башҡорт драма театры һәм Бейеү театры өсөн махсус курстар эшләй.

Спектаклде, концерт программаларын тамашасы хөкөмөнә тапшырғансы, оло эш башҡарыла. Был юҫыҡта художество-ижади төркөм, ярҙамсы цехтар, административ-идара, административ-хужалыҡ персоналының, транспорт цехының эштәре баһалап бөткөһөҙ. “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте” тигәндәй, һәр береһенең эшен күрә белеп, тейешенсә баһаларға бурыслыбыҙ. Төрлө тантаналы даталарға тура килтереп, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырыу, дәрәжәле исемдәр менән бүләкләү өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Был йүнәлештә беҙгә ярҙам итеүсе Мәҙәниәт министрлығына, ҡала хакимиәтенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Театр эшмәкәрҙәре ойошмаһына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһына һ.б. рәхмәтлебеҙ. Быйылғы ижад миҙгелендә башҡорт драма театры артистары Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров, Әлиә Зарипова, Бейеү театрының балет артисы Сулпан Басирова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булдылар.

Мәҙәниәт министрлығы, ҡала хакимәте, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре, йәмәғәт ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, сәнәғәт учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юғары уҡыу һәм урта махсус белем биреү йорттары, шәхси эшҡыуарҙар һ.б. менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ҡала, республика күләмендә уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ. Быйыл, ҡалабыҙҙа ғына түгел, республика кимәлендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы алғанда, театрконцерт берләшмәһенең барлыҡ коллективтары ҡатнашып, был сараның мәртәбәһен, бөйөклөгөн йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Берләшмәлә яуаплылыҡ тойған, үҙ эшен яҡшы белгән коллектив тупланған. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ артистарға, оҙаҡ йылдар художество етәксе вазифаһын башҡарыусылар – Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Ринат улы Рәхимовҡа, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллинаға, директор урынбаҫарҙарына, бүлек етәкселәренә, ғөмүмән, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәттәремде белдерәм!

Берләшмәлә ветерандар һәм профсоюз ойошмаларының ыңғай эшләп килеүе лә дөйөм ижади эшмәкәрлекте яҡшыраҡ, ойошҡаныраҡ һәм күркәмерәк алып барыуға йоғонто яһай. Йәнә өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы, 23-сө полилингваль мәктәп, Стәрлебаш районы хакимиәте һәм Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә биреү учреждениеһы менән ике яҡлы ике килешеү бар. Бындай эш алымы бер яҡтан оло яуаплылыҡ өҫтәһә, икенсе яҡтан – ижад емешебеҙ менән бүлешергә, берберебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға, тәжрибә уртаҡлашырға, йылы аралашыуҙарға бер күпер булып тора.

Театр-концерт берләшмәһендә “Торатау” балалар өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм “Маскарад” өлгөлө театр студияһы уңышлы эшләп килеүе лә – кескәй тамашасыларҙы үҙебеҙҙең сараларға ылыҡтырыу, йәш таланттарға юл асыу өсөн ҙур бер йүнәлеш.

– Быйылғы ижад миҙгелендә башҡарылған эштәргә күҙ һалайыҡ әле...

 – Быйылғы ижад миҙгеле лә спектаклдәргә, концерт программаларына бай булды. Театр тамашасыларҙы биш премьера менән һөйөндөрҙө: В.Гуркин әҫәре буйынса ҡуйылған “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” комедияһы (режиссеры М.Күлбаев), Э.Йәһүҙиндың “Дала буйлап икәү бара” музыкаль комедияһы (режиссеры – Ф.Кәримов), Яңы йыл әкиәте (режиссеры – А.Зарипов), махсус операцияла йөрөп ҡайтҡан журналистарҙың йыйынтығы буйынса сәхнәләштерелгән “Жизнь за други СВОя” (режиссеры – Ә.Ғәзимова), Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы А.Дударев әҫәре буйынса ҡуйылған “Янып-һүнгән ғүмерҙәр” драмаһы (режиссеры – Ф.Кәримов).

Филармонияның ижади төркөмдәре халыҡҡа егерме бер яңы концерт программаһы тәҡдим итте. Был программалар Рәсәйҙә – Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып төҙөлдө. Ғаилә абонементы сиктәрендә балалар һәм атаәсәләр өсөн мауыҡтырғыс саралар үтте. Шулай уҡ, Илнар Замановтың, Динар Абдуллиндың, Гүзәлиә Татлыбаеваның соло концерттары халыҡтың күңеленә хуш килде.

Тамашасыға юғары кимәлдәге саралар тәҡдим итеүҙе аңлап, быйылғы ижад миҙгелендә лә ил кимәлендәге билдәле шәхестәрҙе саҡырҙыҡ. Улар араһында Олег Ханов, Хәлил Ишбирҙин, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Рәмизә Мөхәмәтшина кеүек таланттарҙы әйтеп үтеү зарур.

Солистарыбыҙ төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып еңеүҙәр яуланы. Айгиз Уйылданов “Ретро-шлягер” вокал башҡарыусылар конкурсында II дәрәжә лауреаты, Илдар Әбдрәшитов – I дәрәжә дипломанты, Зарина Ҡотлоғужина III дәрәжә дипломанты һәм үҙешмәкәр композиторҙарҙың “Күңелем моңдары” XX республика конкурсында III дәрәжә лауреаты булды. Айгиз Уйылданов, XIII асыҡ йыр һәм бейеү фестивальконкурсында, “Өфө тулҡындары” популяр музыкаль конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡты. Шулай уҡ, талантлы йырсыларыбыҙ Илдар Әбдрәшитов менән Әҙилә Кәримованың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған И.Д.Кобзон исемендәге фестиваль-конкурста ҡатнашыуҙары һөйөнөслө ваҡиға булды.

Гастролдәр – эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим өлөшө

Гастролдәр – беҙҙең эшмәкәрлектең мөһим өлөшөн биләй. Быйыл Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының “Ҙур гастролдәр” проекты буйынса театр коллективы Ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан республикаларында, филармонияның Бейеү театры коллективы һәм солистары Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Татарстан, Марий Эл республикаларында сығыш яһап ҡайтты. Бөтә спектаклдәребеҙ, концерттарыбыҙ аншлаг менән үтте. Артистарыбыҙ ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, дәррәү алҡыштар менән йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. “Ҡунаҡ ашы – ҡараҡаршы” тигәндәй, үҙҙәрен дә шулай уҡ ҡаршы алып әҙерлек һәм ойоштороу эштәрен етди атҡарып сыҡтыҡ. Бындай гастролдәр артистар өсөн тәжрибә, оҫталыҡ, камиллашыу, үҫеш өсөн оло майҙан булып тора. Юбилярҙарҙы лайыҡлы тәбрикләү беҙҙә күптән матур йолаға әүерелде. Яңыраҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Физәлиә менән Илһам Рәхимовтарҙың, филармония артисы Зөлфиә Әүбәкированың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Асаиновтың иҫтәлекле ғүмер байрамдарын билдәләнек. Артистарыбыҙ төп эштәренән тыш, ҡала, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Мәҫәлән, Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып “Ижади ғаилә” номинацияһында еңеүсе булды.

 31 майҙа Өфөлә уҙған III Халыҡ-ара “Китап байрамы” китап йәрминкәһендә рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһаны. Ошо сара сиктәрендә, Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән тантанала Бейеү театры менән драма театры артистары Гөлйемеш Ибраһимова, Илнур Атйетәров, Марат Зөбәйеров ҡатнашты.

Махсус хәрби операцияға ярҙам

 Әлеге заман барыбыҙға ла бик ауыр һынауҙар ҡуя. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Драма театры артистары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәйриә спектаклен күрһәтте, йыйылған аҡса махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә ярҙамға йүнәлтелде. Сара Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәндә (Күгәрсен районы) күп функциялы ауыл клубында булды. Унда беҙ Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һын (режиссеры – Азат Йыһаншин) алып барҙыҡ. Залдың шығырым тулы булыуы махсус хәрби операцияға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә әҙер булыуын раҫлай. Спектаклдән һуң артистарыбыҙ Тәүәкән ауылы әүҙемселәре менән маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә ҡатнашты. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең берләшмәлә юғалтыу булды. Бынан бер йыл элек монтажлаусы егетебеҙ Алексей Иванов махсус хәрби операцияла һәләк булды. Уның ғаиләһе – ата-әсәһе, балалары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, матди яҡтан да, мораль яҡтан да ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡ а т н а ш ы у с ы л а р ҙ ы , уларҙың туғандарын бушлай спектаклдәргә, концерттарға саҡырабыҙ. Шулай уҡ бер көнлөк эш хаҡын Белгород халҡына ярҙам йөҙөнән күсереү, гуманитар ярҙам күрһәтеү кеүек сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ғөмүмән, коллектив ситтә тороп ҡалмай, үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙ, иғтибарыбыҙ менән ил иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы аҙ ғына булһа ла еңеләйтә алабыҙ икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда!

Беҙ – ҙур ғаилә кеүек

– Яҡын арала һәм яңы ижад миҙгеленә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

– Йыл һайын Төбәк һабантуйҙарында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, быйыл Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына, Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районына, Магнитогорск ҡалаһына һабантуйҙарға саҡырыу бар. Ошо көндәрҙә артистарыбыҙ Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында уҙғарылған һабантуйҙан уңышлы сығыш яһап ҡайтты ла инде. Яңы спектаклдәр, концерт программалары өҫтөндә эшләйбеҙ, гастролдәр географияһын билдәләйбеҙ. Түбәнге Кама ҡалаһында үтәсәк “Заман ҡыңғырауы” тигән фестивалдә театр коллективы ҡатнашырға әҙерләнә, был сара Туфан Миңнуллиндың 90 йыллығына арнала.

 – Хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә аҙ түгелдер?..

– Йылдан-йыл учреждениеның матдитехник, хеҙмәтләндереү цехтарының базаһын даими яңыртыу етди һәм көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Үткән йыл ҙур залда 500 урынлыҡ креслоларҙы алыштырҙыҡ. Туғыҙ йыл эсендә транспорт цехы 100 процентҡа тулыланды. Ижади коллективтарға яңы проекттар өсөн сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары, көсәйткес аппаратура кеүек кәрәкле ҡорамалдар алына, тик хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә аҙ түгел. Әлеге ваҡытта алтмыш йылға яҡын элек төҙөлгән бинаға капиталь ремонт талап ителә. Быйыл ҡыйығын яңыртыу һәм сәхнәгә ремонт көтөлә. Ҡыйыҡты ремонтлау эштәрен “Кемаль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алды.

– Харис Зәбихович, һеҙҙеңсә, етәксе өсөн иң кәрәкле сифат ниндәй булырға тейеш?

– Етәксе ғәҙел булырға тейеш! Ижад кешеләре бигерәк тә нескә күңелле, бик хисле халыҡ. Улар ғәҙелһеҙлекте тәрән кисерә, шуға артистарҙың күңеленә дөрөҫ юл таба белергә, уларға ҡолас йәйеп эшләү өсөн ижад майҙаны булдырырға кәрәк. Берләшмә – ул ҙур ғаилә кеүек. Берҙәм булып йәшәһәк, эшләһәк кенә ҡаҙаныштар ҙа ҙур булыр, халыҡ та тартылыр. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, берләшмә менән тамашасы араһында рухи күпер һалынған. Ана шул күпер донъяға үҙенең нурын таратып, матурлыҡҡа, яҡты киләсәккә әйҙәп торһон тигән маҡсат ҡуйып, тамашасыларҙы матур спектаклдәр һәм йөкмәткеле концерт программалары менән һөйөндөрөп, ышаныстарын аҡлау беҙҙең төп бурысыбыҙ булып ҡала. Яратҡан тамашасыларыбыҙҙы алдағы ижад миҙгелендә лә ашҡынып көтөп ҡалабыҙ!

– Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт! Алда яулар үрҙәрегеҙ күп булһын! Күңелдәрҙән-күңелдәргә рухи күпер һалып, йәйғор нурҙары ғына балҡытып, дәртләнеп эшләргә яҙһын!

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

 Фотолар Стәрлетамаҡ дәүләт театрконцерт берләшмәһе сайтынан алынды.

 

КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
КҮҢЕЛДӘРГӘ КҮПЕР ҺАЛЫП
Автор:Роза Сафина
Читайте нас