

Бынан утыҙ, илле йыл элек һымаҡ, бөгөн дә ҡала башҡорттары башҡорт көйөнә, башҡорт моңона, ауылса, ихлас итеп башҡортса аралашыуҙарға һыуһап йәнә бергә йыйылды. “Содовик” паркы майҙанына был көндө өс меңгә яҡын халыҡ ағылды ла ағылды. Стәрлетамаҡ йәштәр ҡоролтайы ойошторған “Самауыр ритайымы”на йәштәр генә түгел, ике-өс кенә йәшлек сабыйҙан алып һикһән-туҡһанға еткән инәй-бабайҙар ҙа килгәйне. Ҡунаҡтар бейеп кенә ҡалманы, майҙанда бушлай ойошторолған сәй табынында самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп тә алдылар.
– Беҙ милли мөхитебеҙҙе тәү сиратта ошондай ябай, күңелле, ихлас саралар аша һаҡларға тейешбеҙ! – тине сараны асып ҡала башҡорттары ҡоролтай рәйесе Ләйсән Йосопова.
Сарала төрлө этнокүргәҙмәләр ҙә эшләне. Башҡорт эмблемалары, яҙыуҙары менән футболкалар, бейсболкалар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – күҙҙең яуын алып торған биҙәүестәр һатылды. Конкурстар һәм флешмобтар үткәрелде. Йәштәр дәртләнеп гитара һәм ҡурайҙа башҡорт йырҙарын башҡарҙы. 2500-ҙән ашыу кеше булған был сарала үҙ-ара аңлашыу, шатлыҡ һәм позитив рухы хакимлыҡ итте. Байрамдың төп ҡунағы булып башҡорт йырсыһы Ирдан сығыш яһаны. Сараны Илшат Йәмилев, Линар Зарипов, Гилүс Минһажов алып барҙы. Данир Ирғәлин, Тимур Усманов матур йырҙарын башҡарҙы, ҡурайсы Динар Абдуллиндың күңелле көйҙәренә ололар ҙа, хатта 2-3 йәшлек балалар ҙа ихлас сығып бейене. “Дәрүиш” “Торатау” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре сағыу номерҙары менән ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы.
Тулы материалды "Ашҡаҙар" гәзите биттәрендә уҡый алаһығыҙ.
Фотолар Гүзәл Рәмиеваныҡы һәм асыҡ сығанаҡтарҙан.