Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июнь 2025, 06:38

КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...

Стәрлетамаҡ иң йәшел һәм таҙа ҡалаларҙың береһе булыуы менән күптәрҙе хайран итә. Ошо матурлыҡтың артында ҙур һәм тынғыһыҙ хеҙмәт ята. Был мөҡәддәс эш Стәрлетамаҡ юлйәшелләндереү эштәре буйынса ремонттөҙөлөш идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы иңенә төшә.

КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...
КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...

Ундағы эшселәр, йәйге айҙарҙа урамдарҙы һепереүтаҙартыу, ҡоймаларҙы буяу һәм юлдарҙы ремонтлау менән бергә, ҡала урамдарын, ихаталарҙы ҡый үләндәренән таҙартыу эшенә дәррәү тотона. Быйыл ямғыр ҙа ҡойоп ҡына тора, шуға үлән дә шәп үҫә – сабып өлгөрт кенә! Өҫтәүенә, был өлкәлә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисерәләр. Әмәлгә ҡалғандай, йәйге айҙарҙа уҡыусылар ярҙамға килә. Идаралыҡ етәкселеге, бәлиғ булмаған граждандарҙы уҡыуҙан буш ваҡыттарында ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу программаһына ярашлы, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге менән берлектә эш итә. Бында 14 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр – мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары эшләй. Мәктәп уҡыусылары триммер менән эшләһә, 18 йәше тулғандар үләнде минитрактор менән саба. Балаларға ҡануниәт буйынса – 14 йәштәгеләр өсөн – дүрт, өлкәнерәктәр өсөн ете сәғәтлек эш көнө билдәләнгән. Башта тейешле инструктаж һәм стажировка үткәндән һуң эшкә тотоналар.

Үҫмерҙәргә бындай эш бик оҡшай. Ни тиһәң дә, йәйге каникул ваҡытында күпмелер аҡса эшләп ҡалыу теләге була бит. Беренсенән, эшләп йөрөгән бала үҙен илгә кәрәкле, файҙалы кеше итеп тоя. Икенсенән, бала үҙе эшләп тапҡан аҡсаның ҡәҙерен белә һәм аҡыл менән уйлап тотонорға өйрәнә. Өсөнсөнән, бәлиғ булмаған балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү йәмғиәттә енәйәтселектең кәмеүенә булышлыҡ итә: эш менән мәшғүл бала насар компанияларҙан һәм ҡурҡыныс хәлдәрҙән, яман ғәҙәттәрҙән нығыраҡ ҡурсалана.

 Ошондай эш ойоштороусыларға афарин, тиергә генә ҡала!

Роза САФИНА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.

КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...
КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...
КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...
КАНИКУЛ ВАҠЫТЫНДА АҠСА ЭШЛӘЙЕМ ТИҺӘҢ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас