

Игорь Сыров рәйеслегендә уҙғарылған ултырыш тантаналы рәүештә – Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы директоры Антонина Никифоровна Усевичҡа “Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем биреүҙән башланып китте.
Антонина Никифоровна – ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыусы атҡаҙанған эшмәкәр. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе булып тора һәм, ҡалабыҙҙың мәғариф учреждениелары һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре колледждары менән хеҙмәттәшлек итеп, Башҡотостан Республикаһының милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә.
Антонина Никифоровна оҙаҡ йылдар башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ урта профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булды, Башҡортостан хөкүмәтенең Рәхмәт хаты, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Әммә ул, үҙе таныуынса, “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы” тигән исем уның өсөн иң үҙенсәлекле награда булып тора.
Ултырыштың тантаналы өлөшөнән һуң депутаттар ҡала үҫешенә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереүгә күсте. Атап әйткәндә, ерҙе файҙаланыу һәм төҙөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр, муниципаль милек менән идара итеүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү өсөн тәғәйенләнгән муниципаль фондтан торлаҡ биреү тәртибе тикшерелде.
Көн тәртибендәге бөтә мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Р.ЗАМАНОВА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотоһы.