Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Июль 2025, 12:15

740 километр юл йүнәтеләсәк

Башҡортостанда 2025 йылда дөйөм алғанда 740 км оҙонлоғондағы 280 юл участкаһын, һәм шулай уҡ 12 күперҙе ремонтларға уйлайҙар.

740 километр  юл йүнәтеләсәк740 километр  юл йүнәтеләсәк
740 километр юл йүнәтеләсәк

БР Башлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был турала Радий Хәбировтың  “Транспорт сәғәте”ндә транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр иткән.

Йүнәтеләсәк юлдар исемлегенә шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдары ла инәсәк, ошондай юлдарҙы ремонтлау  йәмғеһе 85 баҡсасылыҡ ширҡәтендә  25 км  оҙонлоҡ юлға уҙғарыласаҡ.

Был  объекттарҙың барыһы ла “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ингән. Юл һалыусылар 65 участкала эшкә тотонған да инде.

Федераль трассаларға килгәндә, “Урал буйы юлдар идаралығы” начальнигы Денис Абрамовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл юл һалыусылар "Волга” М-7 автомобиль юлында 21,6 км оҙонлоғондағы ике участканы реконструкциялаясаҡ һәм  М-12 “Восток” федераль трассаһын төҙөгәндә зыян күргән 138 км юлды тергеҙәсәк.

Р.ЗАМАНОВА.

БР Башлығы матбуғат хеҙмәте фотоһы.

 

740 километр  юл йүнәтеләсәк
740 километр юл йүнәтеләсәк
Автор:Роза Сафина
Читайте нас