Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Июль 2025, 05:52

Иң шәп белгестәр – үҙебеҙҙә!

Стәрлетамаҡтан эшсе һөнәр вәкилдәре Башҡортостанда “Һөнәре буйынса иң шәбе” конкурсы еңеүселәре булды.

Иң шәп белгестәр – үҙебеҙҙә!Иң шәп белгестәр – үҙебеҙҙә!
Иң шәп белгестәр – үҙебеҙҙә!

Благовещенда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында “Һөнәре буйынса иң шәбе” конкурсының республика этабы үтте. Стәрлетамаҡтан барған вәкилдәр бөтә номинацияларҙа ла еңеү өсөн сәмләнеп көрәште.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итеүенсә, “Иретеп йәбештереүсе” номинацияһында беренсе урынды “Стәрлетамаҡ һыу каналы”нан Игорь Зузлов алған.

“Тракторсы” номинацияһында өс лидерҙың береһе йәнә  “Стәрлетамаҡ һыу каналы”нан –  Азамат Рыҫбаев.

“Электромонтер” номинацияһында икенсе урынды “Торлаҡ хужалығы тресы” идарасы компанияһы электригы Илья Формакидов алған. Бишенсе урынды шулай уҡ “Торлаҡ хужалығы тресы” идарасы компанияһынан слесарь-сантехник Дамир Нәҙимов алған.

Дөйөм команда зачетында Стәрлетамаҡ башҡа ҡатнашыусыларҙы уҙып киткән һәм беренсе урынды яулаған. 2026 йылда “Һөнәре буйынса иң шәбе” конкурсының республика этабы беҙҙә үтәсәк.

Р.УСМАНОВА.

Фото ҡала хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас