Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июль 2025, 07:25

Юл яны сервисы әүҙем үҫешә

Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү өҫтөндә эштәр дауам итә. Шул уҡ ваҡытта республика етәкселеге алыҫ райондарға ла ҙур әһәмиәт бирә.  Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 700 автозаправка станцияһын, 500 ваҡлап һатыу магазинын, 230 юл яны кафеһын, 22 ҡунаҡхана һәм 58 электромобилдәр өсөн зарядлау станцияһын үҙ эсенә алған ике меңдән ашыу юл яны сервисы объекты эшләй.

Юл яны сервисы әүҙем үҫешәЮл яны сервисы әүҙем үҫешә
Юл яны сервисы әүҙем үҫешә

Был концепцияны тормошҡа ашырыу, республика халҡының  йәшәү уңайлылығын яҡшыртыу менән бергә, төбәктең туристик потенциалын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.

Милли проект сиктәрендә башланғыс алған юл яны сервисы селтәрен үҫтереү Башҡортостан транспорт инфраструктураһының автомобилселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыусы һәм туристик ағымды йәлеп итеүгә булышлыҡ итеүсе мөһим элементы булып тора.

Юл яны сервисы объекттарын артабан киңәйтеү һәм модернизациялау төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге эштең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

 

Р.ЗАМАНОВА.

Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Юл яны сервисы әүҙем үҫешә
Юл яны сервисы әүҙем үҫешә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас