

Ултырышты хакимиәт башлығы урынбаҫары Павел Шорохов алып барҙы. Йәйге осорҙа балалар һәм үҫмерҙәр ял иткән урындарҙа наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙы һәм таратыуҙы иҫкәртеүҙе ойоштороу - төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Мәктәптәрҙә һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙа үткәрелгән профилактик эш тураһында доклад менән мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин сығыш яһаны. Йәйге осорҙа Стәрлетамаҡта 83 балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаһының эше ойошторолған. Барыһында ла балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары, лекциялар үткәрелә.
Бынан тыш, наркотиктарға ҡаршы пропаганда буйынса әүҙем эш киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә алып барыла. Был хаҡта матбуғат хеҙмәте бүлеге начальнигы Ольга Туриянова һөйләне. Иҫкәртеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт эшенән тыш, медиа киңлегендә наркотиктарға ҡаршы пропаганданың һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында һүҙ барҙы. Бындай саралар араһында мәғлүмәтте маҡсатлы аудиторияның ҡабул итеүенә бәйле персонализациялау, уның формаларының төрлөлөгө һәм был эшкә йәмәғәтселек фекерен еткереүсе лидерҙарҙы йәлеп итеү билдәләнә. Аныҡ белем биреү учреждениелары миҫалында иҫкәртеү саралары тураһында ҡаланың 18-се мәктәп директоры Ольга Кузнецова һәм Стәрлетамаҡ күп профилле колледжының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Евгений Моратшин һөйләне.
Шулай уҡ, сарала аноним алкоголиктар ойошмаһынан килгән вәкил дә һүҙ алып, ундай проблемалары булған кешеләрҙе үҙҙәренең йыйылыштары барған урынға саҡырҙы.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса белем биреү ойошмалары етәкселәренә уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың йәйге каникулдарын ҡайҙа һәм нисек үткәреүҙәре, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн нимә менән мәшғүл булыуҙары, шулай уҡ профилактик эштең башҡа йүнәлештәрен көсәйтеү тураһында мәғлүмәт тупларға ҡарар ителде.
Римма ҒӘЛИМОВА.