

Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр. Балтас ҡыҙы Хәлиҙә менән Ғафури районы егете Рим Өфөлә осрашып, бер күреүҙән үк бер-береһен яратып, ғаилә ҡоралар. Йәштәр, өйләнешеү менән Краснояр крайына барып төпләнә. Унда Лесосибирск ҡалаһын төҙөү эшендә ҡатнашалар. Альберт һәм Руслан исемле ике ул үҫтергәндәр. Ике улдары ла Красноярск ҡалаһында академик Решетников исемендәге Себер дәүләт университетын тамамлап, әлеге ваҡытта Норильск ҡалаһында һәм Ямал утрауында уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Рим Фәрит улы ғүмере буйы ағас эшкәртеү комбинатында эшләгән. Үҙенең хеҙмәт юлын ябай эшсенән башлап, төрлө баҫҡыстарҙы үтеп, цех начальнигына тиклем үрләтелгән. Ә ҡатыны Хәлиҙә ханым балалар баҡсаһында, икмәк комбинатында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бына шулай, тыуған яҡтан ситтә лә юғалып ҡалмағандар, үҙҙәрен намыҫлы һәм тырыш хеҙмәткәр, өлгөлө ғаилә итеп иҫбатлағандар.
Ә шулай ҙа ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, сит яҡтарҙа йәшәү нисек кенә яҡшы булмаһын, олоғайған һайын тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта. Шулай итеп, Урманшиндар ғаиләһе дүрт йыл элек Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнә. Яңыса йәшәй башлау өсөн бер ҡасан да һуң түгел, тигән ниәттән сығып, әлеге ваҡытта Ғафури районы Имәндәш ауылында өй һала башлағандар.
Ғүмеренең һәр миҙгеленән йәм табып, яҡты уйҙар менән йәшәгән алтын юбилярҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон тиң ғүмер, имен һәм бәрәкәтле тормош, балаларының һәм ейәндәренең һөйөүенә солғанып йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Роза САФИНА.
Автор фотоһы.