Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2025, 12:20

ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!

Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр “Хәләл Фест” фестивале үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда аҙан тауыштары, хәйерфатихалар менән үткән “Хәләл Фест” фестивале ысын мәғәнәһендә мәҙәни алмашыу үҙәгенә әйләнде.

ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!

Урындағы хәләл продукция етештереүселәргә ярҙам итеүгә һәм халыҡты мәҙәни йолалар менән таныштырыуға йүнәлтелгән был ҙур фестивалгә Башҡортостандың төрлө тарафтарынан, шулай уҡ Рәсәйҙең күрше төбәктәренән етмештән ашыу оҫта килгәйне. Ә халыҡтың күплеге!..

Нимәләр генә юҡ инде унда! Мосолман кейемдәре, баш кейемдәре, биҙәүестәр, хужалыҡ өсөн кәрәкяраҡтар, күндән һәм кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр, ағастан эшләнгән һауыт-һаба, биҙәнеү әйберҙәре, оҫталар үҙҙәре эшләгән һабын һ.б. һәммәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Фестивалдә ҡатнашыусылар етештереүселәр әҙерләгән төрлө ит һәм һөт продукттары, ҡамыр аштары, бал, сәй һәм “Хәләл” билдәһе аҫтында башҡа бик күп төрлө тауарҙар, телеңде йоторлоҡ тәмле һәм сифатлы хәләл ризыҡтар һәм эсемлектәр – ҡыҫтыбый, былау, башҡорт сәйе, ҡымыҙ һәм традицион ҡамыр аштары менән һыйланды.

 Спорт һөйөүселәр һәм әүҙем ял яратыусылар өсөн ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, милли спорт ярыштары ойошторолғайны. Йәштәр һәм кескәйҙәр өсөн төрлө конкурстар, уйындар һәм ижади майҙандар ойошторолдо.

 Тышта малайҙар араһында көрәш ярышы бик сәмле барҙы. Улар шулай уҡ йәйәнән уҡ атырға өйрәнде, ә егеттәр иһә штанга күтәрҙе.

Бинаның икенсе ҡатында эшлекле зона эше йәйелдерелде, унда сәләмәтлек, йәшлек, матурлыҡ, әүҙем тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу тураһында һүҙ барҙы. Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар, юристар ғаилә мәсьәләләре һәм бизнес өлкәһе, шулай уҡ бурыстарҙы законлы рәүештә иҫәптән сығарыу буйынса консультациялар бирҙеләр. Фестивалдә ҡатнашыусылар эшлекле программа сиктәрендә хәләл эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен, һанлаштырыу, яһалма интеллект ҡулланыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ спикерҙар хәләл банк һәм Рәсәй хәләл сифатлы продукттары тураһында һөйләне.

Эшлекле майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының МХОла ҡатнашыусылар ассоциацияһы етәксеһе Оскар Ситдиҡов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Рөстәм Ғәйфиев һәм БР мосолмандары Диниә назараты имам-ахуны Ришад хәҙрәт сәләмләне.

– Фестиваль урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү һәм мәҙәни алмашыу майҙансығы булдырыу өсөн бик шәп мөмкинлек булды, – тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров.

Белгестәр сәләмәтлекте нығытыу һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, бала ҡарау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

1-се ҡала дауаханаһының махсуслаштырылған автомобилдәрҙәге “Сәләмәтлек поезы” һәм күсмә флюорография комплексында фестиваль ҡунаҡтарына тикшереүҙәр үтергә һәм табип кәңәштәрен алырға мөмкин булды.

Бына шундай күп ҡырлы, бай йөкмәткеле “ХәләлФест” фестивале бик юғары мәҙәни кимәлдә үтте. Бындай саралар бик кәрәкле һәм йышыраҡ үтһен ине, тигән теләктә таралыштылар унан.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Халяль-фест” фестивале эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, инвестиция йәлеп итеүсәнлекте арттырыуға һәм сәнәғәттең перспективалы тармаҡтарына ярҙам иеүгә йүнәлтелгән. Яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инициативаһы буйынса 2025 йылдан алып алып барыла.

Роза САФИНА.

 Фотолар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.

 

ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠТАР ДОНЪЯҺЫНАН КИНӘНЕС АЛДЫҠ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас