Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Июля 2025, 12:40

“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе

 Беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы берләштергән был үҙенсәлекле сара ислам йолаларын, мәҙәниәтен нығытыуға йүнәлтелгән. “ХәләлФест” үткән майҙан төрлө милләт һәм төрлө дин кешеләре менән тулғайны. Хәләл ризыҡтар етештергән оҫталарыбыҙҙың һөнәрселек зонаһы – ул биҙәүестәр, һауыт-һаба, ашамлыҡтар, кейем һ.б.

“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе
“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе

Спорт майҙандарында – көрәштең төрлө төрҙәре. Башҡорт тирмәһенән милли кейемдәрҙә ҡаршылайҙар, ҡурай моңдары ағыла, тематик фотозоналар әҙерләнгән.

Гастрономия майҙансығы ла бик күп төрлө – былау менән төрөк ҡәһүәһенән алып тимер сымда ҡурылған бәрәскә тиклем бар ине.

 Мәҙәниәт һарайы эсендә нәфислек зонаһы: оҫталар етештергән хәләл продукция, консультациялар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, модалар күрһәтеү һ.б. Бында мосолман ҡатындары ла, башҡа дин ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡатнашты.

 “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары –  иҡтисадты, финанс баҙары, конкуренция, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һәм  инвестиция әүҙемлеге, һәм шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһауҙы кәметеү.

Фестивалдә иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленгән зоналары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

 

Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.

 

“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе
“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе
“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе
“ХәләлФест” бөтә халыҡтарҙы ла берләштерҙе
Автор:Роза Сафина
Читайте нас