Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Июль 2025, 10:29

Бик тә йөрөгөң килһә...

Көн һайын тиерлек республика юлдарында автомобилселәр һәм йәйәүлеләр аңһыҙ-яуапһыҙ уҙышсыларға тап була. Мопед һәм скутер йөрөтөүселәр - башлыса 12-14 йәшлек, һәм әлбиттә, таныҡлыҡһыҙ үҫмерҙәр.

Бик тә йөрөгөң килһә...Бик тә йөрөгөң килһә...
Бик тә йөрөгөң килһә...

Үҫмерҙәр, машиналар араһынан манёвр яһап, тиҙлеккә уҙышып уйнай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, ысын хәүеф тыуҙыра. Һуңғы ваҡытта мопед һәм скутерҙар Стәрлетамаҡ үҫмерҙәре араһында ла бик популярлашып китте, юлдарҙа уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына бара. Әммә, мопед йәки скутер руле артына ултырғанда, йәштәр үҙенең хәүефһеҙлеге хаҡында ла, эргә-тирәләгеләр өсөн фажиғәле тамамланыу эҙемтәләре тураһында ла уйланмай. Был хаҡта балаларының йәшен, транспортҡа идара итеү күнекмәһе булмауын, водитель таныҡлығы булырға тейешлеген иҫәпкә алмаған ата-әсәләр ҙә уйланмайҙыр, күрәһең. Мопедта йөрөгәндә башҡа шлем кейергә икәнде лә ата-әсә күҙ уңынан ысҡындыра.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә иҫерек килеш транспорт менән идара иткән 16 йәшлек питбайк водителенең пассажиры дауаханала вафат булла. Юл-транспорт ваҡиғаһы Баймаҡ районында теркәлә. Ике 16 һәм 17 йәшлек бәлиғ булмаған үҫмер, мопедта иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң, урындағы күҙәтеү майҙансығына барып, унда таңды ҡаршыларға ҡарар итә.

Кире ҡайтҡанда 16 йәшлек водителдең транспортҡа идара итеүгә тейешле күнекмәләре булмауы арҡаһында, уның 17 йәшлек пассажиры транспорттан йығылып төшә. “Ашығыс ярҙам” зыян күреүсене дауаханаға килтерә. Бынан һуң ҡурҡҡан водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Эҙләү саралары барышында ул Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Уның дуҫы урындағы дауаханала биш көндән һуң вафат була.

Тәфтиш алды тикшереүҙәре буйынса, бәлиғ булмаған водителдең ата-әсәһе улының туғанының мопедында йөрөгәнен һәм уның водитель таныҡлығы булмауын белә. Йәш кешенең ағаһы водитель таныҡлығы булмай тороп, мопедҡа идара итергә рөхсәт иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уға 30 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнгән.

Йәш хоҡуҡ боҙоусы үҙе иҫерек һәм идара итеү хоҡуғына эйә булмаған водитель тарафынан транспорт сараһы менән идара итеү өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, шулай уҡ мотошлем булмауы өсөн материал төҙөлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса материалдар тәфтиш органдарына тапшырыласаҡ.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Мопед йә скутер руле артына ултырасаҡ балағыҙға (әлбиттә, водитель таныҡлығы булған осраҡта), юл хәрәкәте шарттарында бындай транспортҡа идара итеүсенең иң бирешеүсән категория икәнен, етди имгәнеү алыу, йә үлеү хәүефе юғары булыуын, шуға Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ентекле өйрәнергә һәм тайпылышһыҙ үтәргә кәрәклеген, тиҙлек режимын боҙорға ярамағанын, манёвр яһауың хаҡында алдан сигнал бирергә һәм, әлбиттә, мотошлем кейергә кәрәклеген аңлатығыҙ. Юғиһә, ата-әсәләрҙе РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35 статьяһына ярашлы, бәлиғ булмағанды тейешле рәүештә тәрбиәләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал!

Гүзәл РӘМИЕВА

Фото БР Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сәхифәһенән.

Бик тә йөрөгөң килһә...
Бик тә йөрөгөң килһә...
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас