Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Июль 2025, 11:02

ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ

“Дуҫлыҡ–2025” – Башҡортостан Республикаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең Йөрәктау итәгендә уҙғарылған lll республика туристик слеты шулай тип аталды.

ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторған сараға республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан биш йөҙҙән ашыу табип һәм шәфҡәт туташы килгәйне. Ысын мәғәнәһендәге дуҫлыҡ, берҙәмлек фестиваленә республиканың төп клиникалары, диспансерҙары һәм Өфө, Стәрлетамаҡтың шифаханалары, Күмертау, Сибай, Бөрйән, Октябрьский, Туймазы, Нефтекама, Оло Устикин ауыл дауаханаһы һәм башҡа район-ҡалаларҙың дауаханаларынан йыйылғайнылар.

Турслётты асыу тантанаһында БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Хәлфин, район-ҡалалар хакимиәттәренән вәкилдәр, утыҙлаған баш табип, профсоюз лидерҙары һәм республиканың 47 медицина ойошмаһы командалары ҡатнашты.

Командалар өс көн дауамында – июлдең 11-нән 13-нә тиклем таһыллыҡта, сыҙамлыҡта, етеҙлектә көс һынашты, үҙҙәренең командала эшләй белеүен күрһәтте, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, тормош мәшәҡәттәренән арынды.

Сараның төп программаһы спорт ориентирлашыуы буйынса ярыштарҙан башланып китте. Артабан бивактар конкурсы – лагерҙы төҙөкләндереү оҫталығына ярышыу, йәғни туристик слетта ҡатнашыусылар ваҡытлыса йәшәү өсөн урын әҙерләргә тейеш ине.

Бик бай, ҡыҙыҡлы программала медицина ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ эсенә алған – туристик маршрут, һыуҙа батыусыны ҡотҡарыу, кисеү аша сығыу, палатканы ҡороп-һүтеү, түңгәккә баҫып “һаҙлыҡ аша” һикереп сығыу, урман серҙәре, йәшәү өсөн урын булдырыу, альпинист бауы ярҙамында ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу, зыян күреүсене ҡотҡарыу, усаҡ яғыу, утын ярып өйөү, көнкүреш шарттарын ойоштороу, дарыу үләндәрен эҙләү буйынса сәмле ярыштар уҙғарылды.

Слетта ҡатнашыусылар шулай уҡ тау башына менеү, (“Тимер батыр” һәм “яугир ҡыҙ”) (кем планкала күпме оҙағыраҡ тора ала) һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Ярыштар шул тиклем ҡыҙыу барҙы, көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Ә кискеһен Йөрәктау буйҙары йыр-моңға күмелде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған концертта хәрбипатриотик йырҙар яңғыраны. Медиктарҙың артистарға биргеһеҙ моңло йырҙары менән тере тауышҡа йырлауҙары, сыҙап торғоһоҙ эҫелә сәмле ярыштарҙа ҡатнашыуҙары, Ағиҙел йылғаһы кимәленән 200 метр тиерлек бейеклектәге Йөрәктауға менеү, йүгереүҙәр... Баҡтиһәң, беҙ һәр ваҡыт етди ҡиәфәттә күреп өйрәнгән, үтә лә яуаплы эштә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре бар яҡтан да талантлы, ижади, нескә күңелле кешеләр икән дә! Тыуған көн менән ҡотлауҙар, МХО-ла ҡатнашыусы медиктарҙы хөрмәтләү – ошондай сараларҙың барыһы ла ыңғай кисерештәр бирә, рухты нығыта, ауыр һәм яуаплы эштән ял итергә форсат бирә, эштә арығанлыҡтан бушанырға ярҙам итә.

 Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, бындай саралар медицина хеҙмәткәрҙәренә бер-береңде яҡшыраҡ белергә, берләшергә, эшкә яңы көс-дәрт, яҡты уйҙар менән әйләнеп ҡайтырға ярҙам итә, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

Әйткәндәй, бынан алдағы турслет уҙған йыл Ҡандракүл янында булғайны. Быйыл иһә Туймазылар күсмә вымпелды һәм “Паровоз” сувенирын Стәрлетамаҡ дауаханаһы командаһына тапшырҙы.

Әлбиттә, алда осрашыуҙар күп булыр, семинарҙарҙа күрешерҙәр, бер-береһен дауахана коридорҙарында осратып, ғүмерлеккә алған тәьҫораттарҙан рухланып, ошо иҫ киткес матур дуҫлыҡ байрамын иҫләп, йылмайышып үтерҙәр...

 Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Реском рәйесе Рауль Хәлфиндың һүҙҙәренсә, турслетҡа ихтыяж бар, йылдан-йыл ошондай сағыу, рухландырғыс фестиваль киңерәк ҡолас ала бара. Бындай ярыштарҙа һәм мәҙәни-күңел асыу сараларында сәм дә бар, ғәм дә бар, спорт та, дәрт тә һәм туризм элементтары ла бар.

Ошо турслет менән Башҡортостан медиктары берҙәмлектә – көс икәнлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Йәйҙең йәмле көндәрендә улар бер аҙға булһа ла бала саҡ иленә ҡайтып урағандай булды. Коллегалар менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, Йөрәктауҙан көс-дәрт алып таралышты.

Пациенттарҙың һаулығын хәстәрләп ғүмерҙәре үткән медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә һау-сәләмәт булһын. Ни тиһәң дә, башҡаларға ярҙам итеү, йән йылыһы өләшеү өсөн, иң беренсе үҙеңә һау-сәләмәт булырға кәрәк бит. Бына нимә кәрәк ул кешегә тулы бәхет өсөн!

Бына ошондай шәп сараны ойошторған Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзына афарин тиергә генә ҡала.

Роза САФИНА.

Фотолар БР Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының  рәсми сайтынан алынды.

 

ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
ЙӨРӘКТАУ ТАБИПТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас