

Майҙан июлгә тиклем ҡатынға билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар була, әңгәмәселәр үҙҙәрен, йәнәһе, инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тигән булып таныштыра. Аферистар, инвестицияларҙа яҡшы дивидендтар алырға вәғәҙәләп, пенсионерға тиҙ аҡса эшләү ысулы тураһында һөйләй. Ҡатын, тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, үҙенең “бәхетен” һынап ҡарарға була.
Бер айҙан ашыу ваҡыт ул һалынған аҡса суммаһының икеләтә артыуын күҙәтә. Әммә табыш алыу килеп сыҡмай. Шәхси кабинет блокировкаланған була, ә ялған инвесторҙар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Һөҙөмтәлә енәйәтселәр 8 миллион һумдан ашыу аҡсаны урлаған булып сыға. Эш үткәс, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт иткән, әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бындай алданыуҙар тураһында зыян күреүсе киң мәғлүмәт саралары аша ла, яҡындарынан да ишетеп-белеп йөрөгән, шулай ҙа мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Шылтыратҡан һәр кемгә ышанып бармағыҙ, бигерәк тә сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм бирмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Р.САФИНА.