Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июль 2025, 06:40

Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!

Хәҙерге заман драматургтары әҫәрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спектаклдәр ҡуйыу конкурсына йомғаҡ яһалды. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры ошо конкрста ҡатнашып, “Рядовойҙар” спектакле  менән еңеү яуланы.

Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!
Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!

Конкурста ҡатнашыу өсөн илдең 29 төбәгенең профессиональ театрҙарынан йәмғеһе 51 ғариза килгән. Эксперт комиссияһы заявкаларҙы баһалап 17 еңеүсе театрҙы билдәләгән. Шулар араһында – Башкортостандан ике театр – Стәрлетамаҡ башҡорт  драма театры һәм Туймазы дәүләт татар драма театры.

Заявка биргән спектаклдәрҙән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм шулай уҡ ғаилә һәм автор темаларына арналған патриотик һәм тарихи сюжеттар өҫтөнлөклө тематика булып тора.

Еңеүсе театрҙар премьералары 2025 йылдың 1 авгусынанан 1 декабренә тиклемге осорға планлаштырылған яңы постановкаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам аласаҡ.

“Рус миҙгелдәре” концерт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан ойошторолған конкурс РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында быйыл апрелдән старт алғайны. Ул 1950 йылдарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем яҙылған яңы театр постановкаларын булдырыуға һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә, һәм шулай уҡ традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 

Р.УСМАНОВА.

СДТКБ фотолары.

 

Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!
Стәрлетамаҡ театры – ҡайҙа ла еңеүсе!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас