Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июль 2025, 08:25

Мәктәптәрҙә капремонт тамамланып килә

 Стәрлетамаҡта “Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау” федераль программаһы буйынса капиталь ремонт тамамланып бара.

Мәктәптәрҙә капремонт  тамамланып киләМәктәптәрҙә капремонт  тамамланып килә
Мәктәптәрҙә капремонт тамамланып килә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  ремонт эштәре 1-се лицейҙа һәм 17-се, №16 һәм 2-се мәктәптәрҙә бара.1-се мәктәптә  капремонт ваҡытынан алда март айында уҡ тамамланды.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновтың һүҙҙәренсә, әлеге мәлгә объекттарҙың әҙерлеге 99 процент тәшкил итә.

1-се лицей  (1-се корпус) менән 17-се мәктәп бына-бына тапшырылырға тора. Бында мебель индереп йыя башлағандар ҙа инде, шулай уҡ  кабинеттарҙы тәртипкә килтерәләр.

Ҡала етәксеһе, ҡайһы бер иҫкәрмәләр бар барлыҡҡа, әммә улар бөтөрөләсәк, тип билдәләне. Шулай уҡ мәктәп яны биләмәләре  лә төҙөкләндерелә.

“Дөйөм алғанда, уҡыу йорттары һиҙелерлек үҙгәрә, һәм быны уҡытыусылар үҙҙәре билдәләй. Балаларға һәм ата-әсәләргә  һөҙөмтәләр оҡшар тип ышанам”,- тине хакимиәт башлығы.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәренән алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас