Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июль 2025, 07:55

Төндәге янғында һәләк булған

Өфөлә төндә  янғын сығып, бер ҡатын һәләк булған, икәүһе дауаханала. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Маяковский урамындағы йорттарҙың береһендә фатирҙа ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр дүрт квадрат метр майҙандағы асыҡ утты һүндерә. Янғынды һүндереү эшенә 25 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.

Төндәге  янғында һәләк булғанТөндәге  янғында һәләк булған
Төндәге янғында һәләк булған

Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе халыҡты хәүефһеҙ эвакуациялау өсөн тактик вентиляция ҡулланылған. Баҫҡыс марштары буйынса  10 кешене урамға сығарғандар, шул иҫәптән ике баланы. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе 9 кеше үҙаллы эвакуацияланған.

Ашығыс ярҙам медиктары 47 йәшлек ҡатындың үлемен раҫлаған. 69 йәшлек ир менән 57 йәшлек ҡатын углерод газынан ағыуланып дауаханаға оҙатылған.

Әлеге ваҡытта янғын сыҡҡан урында оператив-тикшереү төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Төндәге  янғында һәләк булған
Төндәге янғында һәләк булған
Автор:Роза Сафина
Читайте нас