

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошо юҫыҡта бик ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Иҫке ҡала биҫтәһенең боронғо йөҙөн иҫкә төшөрөп торған берҙән-бер Киров паркын төҙөкләндереү эштәре бара. Уны “Потенциал компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсы ойошмаһы башҡара.
Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: бында үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле үҫеп ултырған ағастарға теймәйҙәр. Ниндәй генә ағастар юҡ бында – шыршы, ҡайын, йүкә, миләш, хатта имәнгә тиклем бар. Булғандарынан тыш, парк тирәләй тағы ла метр ярым бейеклектәге 650 төп декоратив шыршы үҫентеләре ултыртыласаҡ, тип күҙалланыла. Тәбиғәт менән аралашып йәнеңә ял алыу өсөн һиллек, тыныс урын буласаҡ бында, тимәк. Шул уҡ ваҡытта парк видеокамералар, яҡтыртҡыс лампалар кеүек заманса ҡорамалдар менән йыһазландыраласаҡ. Парктың уртаһында төрлө төҫтәр менән балҡып йырлап торған дүрт-биш метр бейеклектәге фонтан үҙенә саҡырып торасаҡ.
Унан арыраҡ спорттың бөтә төрҙәре өсөн йыһазландырылған комплекс урынлашасаҡ. Балалар өсөн, ололар өсөн айырым спорт майҙансыҡтары эшләйәсәк. Мәҫәлән, волейбол майҙансығы.
Парктың урта төшөндә Чернобыль һәләкәте ҡорбандарына бағышлап өр-яңы мөһабәт стела ҡуйылған.
Ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Илдар Әхмәтвәлиевтың һүҙҙәренсә, паркты төҙөкләндереү эштәре 150 миллион һумға төшкән. Бында эшләйһе эштәр күп әле, киләһе йылдың октябрь айҙарында еренә еткереп тапшырып ҡуйырға уйлайҙар. Ә хәҙергә “Купец 2.0” фестивален асыуға парктың үҙәк өлөшөндәге эштәрҙе бөтөрөп, фонтанды эшләтеп ебәрергә йыйыналар.
– Мин үҙем ошо биҫтәлә үҫкәс, Киров паркы бигерәк тә күңелемә яҡын, – ти “Потенциал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсы ойошмаһы прорабы Ситников Юрий Алексеевич. – Бала сағым ошо биҫтәлә үтте, шуға ла бындағы һәр ағас күңелемә яҡын минең. Әйткәндәй, беҙ ҙә студент саҡта көн дә ошо парк аша уҡырға йөрөнөк. Ошондағы таныш ағастарҙы күргән һайын йәнгә рәхәт булып китә.
Роза САФИНА.
Гүзәл РӘМИЕВА фотолары.