Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Август 2025, 13:08

СТӘРЛЕТАМАҠҠА “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!

Беҙ күптән һағынып көткән “Теге өсәү”  йәнә Гагарин паркына килә –  16 августа 16:00 сәғәттә Стәрлетамаҡтағы Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә быйыл етенсе тапҡыр “Беҙ Бергә” башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале үтәсәк.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА  “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!СТӘРЛЕТАМАҠҠА  “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!

Халыҡ тәү күреүҙән яратып өлгөргән концертта эстрадабыҙҙың танылған артистары Зифа Нагаева, Ян Лира, Рәил Өмөтбаев, Әлфиә Юлсурина, Линар Белый һәм башҡа яратҡан артистарыбыҙ һәм ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Сараның хедлайнеры –“Бишбармаҡ” оркестры.

 “Юлдаш” радиоһының иң дәртле алып барыусылары “Теге өсәү” – Йәмил, Филүс, Айбулат шәп кәйеф бүләк итәсәк, приздар, бүләктәр өләшәсәк.

Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн милли оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, биҙәүестәр йәрминкәһе, сағыу фотозона эшләйәсәк.

Әйткәндәй, фестиваль бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән башланып киткәйне. Хәҙер  инде ул  йыл һайын Башҡортостандың барлыҡ райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән 15 меңдән ашыу кешене үҙенә йыя.

Сара, һәр йылдағыса, “Беҙ Бергә - Мы вместе!” креатив кластер” проекты сиктәрендә “Юлдаш” радиоһы, Галактика аттракциондар комплексы, “Изге эштәр донъяһы”  коммерцияға ҡарамаған мәҙәни-ял итеү үҙәге ойошмаһы тарафынан ойошторола.

 Инеү бушлай.

Йәш сикләүе юҡ. 0+

Бергәләшеп  күңел асып алайыҡ, йәмәғәт!

СТӘРЛЕТАМАҠҠА  “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!
СТӘРЛЕТАМАҠҠА “ТЕГЕ ӨСӘҮ” КИЛӘ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас