

“Креатив ҡарашлы йәштәргә иғтибар арта. Беҙҙең төп бурыс – креатив индустриялар даирәһендәге башланғыстарға ярҙам итеү. Беҙ ирекмәндәр, спортсылар, йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән аралашабыҙ, хәҙер ижади йәштәргә сират етте. Уларҙы барлыҡ республиканан йыйырға һәм теләктәре, пландары тураһында һөйләшергә кәрәк”, – тип билдәләне Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәлә. Илдең интеллектуаль потенциалын һәм һәләтле йәштәрҙе үҫтереү, һәләтле кешеләргә ярҙам итеү – дөйөм милли өҫтөнлөктәрҙең береһе”. Ундай шәхестәр Стәрлетамаҡта ла бар. Артабан уларҙың береһе, милли биҙәк һалыу оҫтаһы Айһылыу АБДУЛЛИНА-ДӘМИНЕВА менән таныштырабыҙ.
Айһылыу – Ейәнсура ҡыҙы. Фамилияны ишетеү менән үҫәргәндәр ере – Сөләймән Абдуллин, Венер Абдуллин кеүек мәшһүр йырсылар төйәге күҙ алдына килеп баҫты. Ысынлап та, һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты. Ә бөгөн беҙ уның эске донъяһы, нәҫел ептәре, шөғөлдәре менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ.
Данлыҡлы нәҫел
– Данлыҡлы нәҫелдәнһең, тимәк. Ырыуығыҙ, ауылығыҙ тарихына бәйле нимә әйтерһең?
– Сөләймән Абдуллин ике туған олатайым, Айһылыу тигән исемде миңә Сөләймән олатай үҙе ҡушҡан һәм шуға исемемде тәрән ихтирам һәм оло ғорурлыҡ менән йөрөтәм, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем туғанлыҡ ептәре менән таныштырып. Беҙҙә ике ауыл тоташҡан: бер яҡта Үтәғол, икенсе яғында – Ҡыуат ауылы. Ул – Ҡыуатовтар нигеҙ һалып йәшәгән ауыл. Минең ҡарт өләсәйем – Шәмсиҡәмәр Ҡыуат ҡыҙы. Улар бик хәлле кешеләр булған, бай йәшәгәндәр. Йәйгеһен Бәрҙеле йылғаһы буйына йәйләүгә сыҡҡандар. Ҡарт өләсәйем бик сая булған тиҙәр, атта һыбай йөрөгән. Абдуллиндар нәҫеле Үтәғол ауылында төйәкләнгән. Беҙҙең яҡтарҙа башҡорт балаларын белемле итеү маҡсаты менән янған, урындағы мәғрифәтсе Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов – халыҡта “Үстиль (Учитель) ҡарт” тип танылған ҡарт ҡартайымды (туғанын) Каруанһарайға уҡырға ебәрә. Ҡартайым, уҡып бөткәс, ауылдарҙа балаларға белем бирә.
Атайым Расиҡ Мөҙәрис улы беҙҙең нәҫел тарихын яҡшы белә, мине гел туғандар менән таныштыра, нәҫел тураһында күп һөйләй. Атайым үҙе оҫта гармунсы, бер туған ағайым да гармунда матур уйнай. Әлеге ваҡытта ул бына өсөнсө йыл инде мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла хеҙмәт үтә.
“Әсәйемә шәл бәйләшеп үҫтем”
– Ҡул эше – зауыҡлы ижад. Был шөғөл бала саҡтан киләме? Ҡул эше менән булышыр өсөн һәләт кенә түгел, уңғанлыҡ та кәрәк бит әле...
– Ҡул эше менән ҡыҙыҡһыныуға килгәндә, ул үҙе айырым бер тарих. Һис уйламағанда килеп сыҡты тиергә була. Институтты 2005 йылда уҡып бөткәндән һуң башта бер аҙ Өфөлә йәшәп алдым. Унда Милли-әҙәби музейға эшкә барҙым. Ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем. Тормош иптәшем Альфред менән яңынан Стәрлегә күсеп килеп өйләнештек. Илһам исемле ул һәм Заһиҙә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. 2007 йылдан 2024 йылға тиклем, хәҙергесә әйткәндә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында, үҙем уҡып сыҡҡан Стәрлетамаҡ педагогия институты китапханаһында эшләнем.
Былтыр китапхананан эштән киткәс, ҡулымды һындырып өйҙә ултырған ваҡытта интернетта журналист, шағирә Миләүшә апай Ҡыҙрасованың дәрестәренә килеп юлыҡтым. Был минең өсөн һынылыш ваҡыты булғандыр, моғайын. Шунда кейемгә орнамент, төрлө биҙәктәр һалырға өйрәнеү өсөн бер көн Миләүшә апайҙың өйөнә барып, һынған ҡул менән(!) уҡып, биҙәк һалыу серҙәренә төшөнөп ҡайттым. Һәм шунан алып ошо ғәжәйеп донъяға башкөллө сумдым.
Ошо эш менән шөғөлләнгәндә күңелем тыныслана, йәнем ял итә. Талғын ғына башҡорт моңдарын ҡуям да, шул көйҙө тыңлай-тыңлай яратҡан эшемә тотонам. Яратҡан эш – ярты бәхет тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Бына нимә етмәгән икән миңә! Әйтерһең дә, күңелемдең төпкөлөндә быҫҡып ҡына ятҡан рух ҡуҙҙары дөрләп килеп сыҡҡандай булды.
Ошо шөғөлдә үҙемдең рухи яҡтан үҫешеүемде, камиллаша барыуымды аңланым. Тәүҙә үҙебеҙҙең ғаилә өсөн эшләнем. Урамға кейеп сыҡһаң, ҡайҙан алдың тип һорайҙар. Биҙәк һалыу эше шул тиклем ҡыҙыҡһындыра башланы, оҡшаны ла китте. Баҡтиһәң, үҙе бер донъя икән дә! Орнаменттарҙы төбөнә төшөп өйрәнергә тырышам. Шулай итеп, үҙем өсөн бөтөнләй яңы донъяны астым.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү электән үк оҡшай ине. Ғөмүмән, ул ҡандан киләлер, тип уйлайым. Мәҫәлән, беҙҙең яҡта шәл бәйләү киң таралған. Хатта “Ейәнсура шәле” тигән бренд та бар. Әсәйем шәл бәйләһә, бала саҡтан уҡ ҡыҙығып шәл ситтәрен бәйләшкән булдым. Шуныһы ҡыҙыҡ, шәл ситенә лә бөтә яҡлап мотлаҡ өсмөйөш биҙәктәре һалына. Бына бит башҡорт орнаменттары шәлдә лә бар! Әле әсәйем етмеште ҡыуһа ла, “Ғәҙәткә һеңгән, ҡул тик тора алмай”, – ти ҙә, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ баҙарына шәл һатырға йөрөй. Ә шәлдең эше күп – кәзәне тара, дебетен тет, илә, сират, бәйлә... Эше күп булһа ла, үҙенә күрә бәләкәй генә килеме лә бар.
Бер мәлде ырғаҡ менән бәйләү ҡыҙыҡһыдыра башланы. Бигерәк тә ҡыҙым тыуғас ныҡ ҡыҙығып киттем. Юрған бәйләп, ҡыҙымды бала табыу йортонан шуға төрөп алып сыҡтыҡ. Сабыйҙар өсөн төрлө комплекттар ҙа бәйләй инем. Үҙе бер ваҡыт ҡына булған икән.
Һәр биҙәк үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә
– Һәр кемдең үҙенә генә хас ҡултамғаһы булған кеүек үк, ҡул эшендә лә шундай эҙ була. Бына, мәҫәлән, һин милли атрибутиканың төп нөсхәһен эшләмәйенсә лә, миллилекте бик яҡшы итеп асып һала беләһең...
– Эшләгән саҡта хис-тойғоно һалып эшләү мөһим. Һалған биҙәктәрем кешеләрҙең күңеленә ятһа, ныҡ ҡыуанам. Шуға ла кинәнеп, күңел биреп эшләйем. Биҙәктәрҙе белеп һалырға кәрәк. Һәр береһенең үҙ символикаһы, мәғәнәһе бар. Әйтәйек, йөрәк формаһы ҡунаҡсыллыҡты аңлата, ромб иһә йәшәү мәғәнәһенә ишаралай. Өсмөйөш башҡорттарҙа яуыз көстәрҙән һаҡлаусы бетеү булараҡ мәғәнәгә эйә. Түңәрәк, йәғни ҡояш формаһы мәңгелекте символлаштырыусы көскә эйә. Күлдәк яғаларына, итәктәренә, еңдәренә һалынған биҙәктәр яман күҙҙән, ҡара көстәрҙән, насар уйҙарҙан һаҡлай. Йәғни, яман көстәрҙән һаҡлап тороусы ҡоршау һымаҡ.
Төҫ һалыуҙың да үҙенең нескәлектәре бар. Башҡорттарҙа йәшел төҫтән тыш, күк, ҡыҙыл (ҡыҙғылт), һары төҫтәргә өҫтөнлөк бирелә. Ҡыҙыл төҫ – ул йылылыҡ, ут төҫө; һары байлыҡты, муллыҡты сағылдыра, йәшел төҫ – мәңгелектең кәүҙәләнеше; аҡ төҫ иһә таҙа, яҡты уйҙарға – ишара.
Биҙәк һалыу бер, ә кейгән кейемең матур ҙа, уңайлы ла, оҙаҡҡа етерлек булырға тейеш. Түшелдерек-һаҡалдарҙы гел генә кейеп йөрөп булмай бит. Сифатлыраҡ материал, төҫтәрҙе ныҡлы һайлап алырға тырышам. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәр талапсан. Йәштәр стилләштерелгән кейемде хуп күрә. Берҙән, кейгән кейемең уңайлы, күңелеңә ятышлыһын һайлап алып кейеп йөрөйһөң, икенсе яҡтан, ул һинең милли рухыңды сағылдырыусы элемент булып тора.
Клиенттарым ишәйә бара
– Был орнаментлы кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе ҡайҙан һатып алырға була?
– Әлегә өйҙә генә эшләйем. Милли кейем коллекциямда шулай уҡ сәсүрмес, һырға, бижутерия, төйрәмес (брошка) һәм башҡа биҙәүестәр ҙә бар. Улар менән төрлө йәрминкәләрҙә, кисәләрҙә ҡатнашам. Күптәре интернет аша күреп, оҡшатып заказдар эшләй. Өйгә килеп ихлас күрешеп, аралашып алып китәләр. Әйткәндәй, “Бәйләнештә” төркөмөндә минең сәхифәмә инеп https://vk.com/ id68949183 ҡарай алаһығыҙ. Әле был эшемдең башы ғына, киләсәктә бәлки көстән килһә, ныҡлап тотонормон тигән өмөттәмен. Стәрлетамаҡта бишенсе тапҡыр үткәреләсәк “Сауҙагәр 2.0” фестивалендә лә ҡатнашасаҡмын!
Йәйгеһен футболкаларға, ҡышҡыһын күлдәктәргә ихтыяж ҙур. Көндәлек тормошта кейеү өсөн һораусылар ҙа бар. Никахтарға, байрамдарҙа кейеү өсөн, сәхнәлә сығыш яһау өсөн стилләштерелгән кейем һораусылар күп. Таш ҡуйып эшләнгән биҙәүестәргә оҡшатып имитация эшләйем. Кемдер бүләккә ала. Ансамблдә сығыш яһау өсөн һорайҙар. Миллилеген сағылдырып, айырылып торорға яратыусылар йылдан-йыл күбәйә барыуы шатлыҡлы хәл.
Шулай итеп, клиенттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн һәр ваҡыт ижади эҙләнергә, белемде камиллаштырырға тура килә.
Ошо икһеҙ-сикһеҙ ижад донъяһына юлымды асҡан Миләүшә апайға ҙур рәхмәтлемен! Ихлас күңел менән ҡабул итеп, эштең айышына төшөндөрөп, буяу нескәлектәрен аңлатып, сәйен эсереп, кәңәштәрен биреп ҡайтарҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, был шөғөл менән генә матди яҡтан байып булмайҙыр ул, уның ҡарауы, рухи яҡтан күпме илһам алаһың! Бында, барыһынан элек, кеше менән аралашыу ҡиммәт. Әгәр ҙә милләтебеҙҙең бәҫен күтәреү, тарихын өйрәнеү, мәртәбәһен арттырыу өсөн бәләкәй генә өлөш индерә алһам, минең өсөн ул оло бәхет, тип уйлайым. Милли үҙәңыбыҙҙы, милли хазинабыҙҙы шулай бергәләп үҫтерергә, киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ!
Бына шундай яҡты уй-ниәттәр менән эшкә тотонған бөгөнгө әңгәмәсебеҙ. Шулай була күрһен, изге ниәттәрең тормошҡа ашһын, рухлы кейемдәрең менән милләтебеҙгә нур бөркөп йәшә, Айһылыу!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фото Айһылыу Абдуллинаның социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.