Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Август 2025, 11:00

ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА МАТЕМАТИК, КҮҢЕЛЕ МЕНӘН – РОМАНТИК!

Һүрәттән беҙгә йылмайып ҡарап торған ханым – Глазова Валентина Федоровна. Утыҙ йылға яҡын мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Әммә уның бала саҡтан килгән бер матур шөғөлө бар – ул ҡурсаҡтар оҫтаһы.

ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА МАТЕМАТИК,  КҮҢЕЛЕ МЕНӘН – РОМАНТИК!ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА МАТЕМАТИК,  КҮҢЕЛЕ МЕНӘН – РОМАНТИК!
ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА МАТЕМАТИК, КҮҢЕЛЕ МЕНӘН – РОМАНТИК!

Уның өйөнә килеп инеү менән береһенән-береһе йәнлерәк, һөйкөмлөрәк ҡурсаҡтар ҡаршы ала. Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙө, образы менән айырылып тора. Ниндәй генә ҡурсаҡтар юҡ унда! Ырғаҡ менән бәйләгәндәре лә, бәйләм энәһе менән бәйләгәндәре лә. Ҡурсаҡ яһау өсөн ул сифатлы материал ҡуллана, махсус гипоаллерген туҡымалар, холлофайбер менән эшләй.

Ә бер урында бәләкәй бала бейеклегендәге ҙур ҡурсаҡтар теҙелешеп баҫып тора. “Быларҙы кемдер ташлап киткән, йә аяғы юҡ, йә ҡулы, башы юҡ ине. Шуларҙы төрлө ерҙән йыйып, йә булмаһа, интернеттан эҙләп табып, интернет-магазиндар аша алдырам”, – ти ошо ташландыҡ ҡурсаҡтарға яңынан йән өргән оҫтабикә. Төрлө-төрлө ҡиммәтле туҡыманан күлдәктәр ҙә тегеп кейҙергән үҙҙәренә.

Өйҙәге һәр ғаилә ҡомартҡыһына үтә лә һаҡсыл ҡарашта Валентина Федоровна. Уларҙың һәр береһенең урыны – түр башында. Үҙенең балаларылай күреп, һәр береһе менән яғымлы һөйләшеп, үҙенә көс, илһам ала ул. Улары, әйтерһең дә, ниҙер әйтергә теләгәндәй, рәхмәтле йылмайып ҡарап торалар.

 Әсәһе Лидия Емельяновна Белова башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Шул ваҡытта балаларҙы ҡул эштәренә өйрәтә ул. Валя ла беренсе класта уҡығанда дүртенселә уҡыған ағаһы Володя менән мендәр сигә. Ошоғаса һаҡланған сигеүле мендәрҙәрең туҙған урындарын реставрациялап, яңыртып алған йүнсел хужабикә. Боронғо ағас өйҙөң һәр бүлмәһендә бына шундай ғәжәйеп матур донъяға тап булаһың!

 Валентина Федоровна ирекмәнлек эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡурсаҡтарҙан килгән килемде МХОла ҡатнашыусыларға ебәрә. Ә күптән түгел яраланып госпиталгә эләккән һалдаттарға иллегә яҡын Чебурашка бәйләп ебәргән. Ошо тылсымлы ҡурсаҡтарҙы йән һаҡлағыс бетеү итеп, яндарында ғына йөрөтә икән беҙҙең егеттәр.

 Бынан тыш, ул совет заманындағы элекке открыткаларҙы яңынан тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. “Бындай открыткалар өлкәндәргә лә, йәштәргә лә бик оҡшай. Ҙур теләк менән алып бөтәләр”, – ти оҫта.

 Бына шундай ижади ҡарашлы шәхес ул – ғүмер буйы математика уҡытыусыһы булып эшләһә лә, ҡул эштәренә булған шөғөлө күңеленә бигерәк тә яҡын. Үҙендәге күңел йылылығы, үҙенең фиғеле, гүйә ҡурсаҡтарына ла күскән. Валентина Федоровна ижад иткән һәр ҡурсаҡта мин уның үҙенең йөҙөн күрҙем.

Роза САФИНА.

Автор фотолары. Фотолар шулай уҡ Валентина Глазованың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас