Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Август 2025, 08:05

Путин: “Рәсәй технологик лидерлыҡҡа ынтылырға тейеш”

Рәсәйҙең технологик үҫеш кимәле һәм иҡтисади торошо уға үҙ платформаларында технологик лидерлыҡҡа өлгәшеү өсөн үҙ эшләнмәләре һәм производствоны ойоштороу менән шөғөлләнергә форсат бирә, тип белдерҙе РФ президенты Владимир Путин.

Путин: “Рәсәй технологик лидерлыҡҡа ынтылырға тейеш”Путин: “Рәсәй технологик лидерлыҡҡа ынтылырға тейеш”
Путин: “Рәсәй технологик лидерлыҡҡа ынтылырға тейеш”

РФ-ның ВЭБ етәксеһе Игорь Шувалов менән осрашҡанда Путин технологик лидерлыҡҡа өлгәшеү өсөн импортты алмаштырыу һәм кире инжиниринг менән шөғөлләнеү генә етмәй, тип билдәләне.

Ил етәксеһенең һүҙҙәренсә, үҙ эшләнмәләребеҙ һәм үҙ платформаларыбыҙҙа етештереүҙе ойоштороу  кәрәк.

“Хәҙер беҙҙең технологик үҫеш кимәле лә, иҡтисад торошо ла быны эшләргә мөмөкинлек бирә”, - тине Путин.

“Беренсе этапта – күп һанлы санкциялар индерелгәндән һуң беҙ, әлбиттә, импортты алмаштырыу менән шөғөлләндек, һәм дөрөҫ эшләнек. Әммә тик импортты алмаштырыу һәм кире инжининиринг менән генә шөғөлләнеп, беҙ технологик лидерлыҡҡа өлгәшә алмайбыҙ.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас