Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Август 2025, 10:35

ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМ

«Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале бөгөн башланып ҡына торһа ла, күп таныштарымды, шулай уҡ ҡалабыҙҙың абруйлы шәхестәрен дә осраттым. Шуларҙың береһе ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала ла билдәле тарихсы Салауат Таймаҫов. Ул бөгөнгө байрам тураһындағы тәҫораттары менән уртаҡлашты:

ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМ
ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМ

- Бик кәрәкле сара. Сөнки был фестиваль Стәрлетамаҡта күп ҡыҙыҡлы кешеләрҙе берләштереп кенә ҡалмай, беҙҙе үткәндәр менән дә бәйләй. Беҙҙәге сауҙагәрҙәр -  татар милләтенән булғандар.  Улар 18 быуаттың урталарында Бай Саба (Богатые Сабы) ауылынан күсеп килгәндәр. Ырымбур эргәһендә Сәит Хаялин тигән татар Сәйет ауылына нигеҙ һалған. Аҙаҡ Рәсәй һәм Урта Азия сауҙаһын ойошторғандар, хатта Ырымбурға Бохаранан да сауҙагәрҙәр килер булған. Бындағы татар сауҙагәрҙәренең бер өлөшө Стәрлебашҡа, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа күсеп килгән.

Әйткәндәй, фестивалгә ингәндә үк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған монументта Савва Тетюшевҡа бағышланған мәғлүмәттә уның атаһының исеме Никифор булыуын фәҡәт Салауат ағай иҫбатлаған булған. Шулай уҡ Савваның 1726 йылғы булыуын да иҫәпләп сығарған тарихсы.

Кем нигеҙ һалһа ла ҡунаҡсыллыҡ байрамы йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйә бара. Дауамлы булһын байрам!

Римма Ғәлимова.

Автор фотолары.

ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМ
ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН БАЙРАМ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас