Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Август 2025, 06:10

“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”

Бөгөн Стәрлетамаҡта "Купец 2.0" ҡунаҡсыллыҡ фестивале старт ала. Шулай уҡ 8 августа креатив индустриялар көнө билдәләнә.  Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың булдыҡлы шәхестәре менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәбеҙ.  “Төп һөнәрем водитель булһа ла, күңелемә ятҡан шөғөлөм – умартасылыҡ”, – ти Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылы егете Динар ЯҠУПОВ.

“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”

Динар ғаиләһе менән ауылдарында йәшәй. Ҡатыны Динара менән Диана һәм Даниела исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр. Бына шулай, исемдәре лә бер иш – Динар менән Динара. Әйткәндәй, тыуған көндәре лә яҡын. “Мин 2 ғинуарҙа тыуғанмын, Динара 3 ғинуарҙа”, – ти Динар. – Әле оло ҡыҙыбыҙ Диана Стәрлетамаҡ физкультура техникумының хоҡуҡ органдары бүлегенә уҡырға барырға йыйына, – тип ғаилә хәлдәре менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтә әңгәмәсем.

 Әйткәндәй, Динар Яҡупов үҙе үткән йыл ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында иҡтисад факультетында ситтән тороп уҡып, вузды ҡыҙыл дипломға тамамлаған.

 – Төп һөнәрем водитель булһа ла, күңелемә ятҡан шөғөл – умартасылыҡ, – тип һүҙ башланы йәш эшҡыуар. Әлегә уның егерме баш умартаһы бар. – Умартасылыҡ эшенә тотоноу шөғөлөн бала саҡтан күңелемдә йөрөттөм. Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштергәндә бер юлы умартасыға ла уҡыным. Был шөғөлгә тотоноуыма хәҙер алты-ете йыл барҙыр. Быны хобби тип әйтергә була. Армиянан ҡайтҡас, ауылыбыҙҙан йыраҡ түгел үҙем емеш-еләк йыйып үҫкән урман эсендәге бер аҡландан арендаға ер алдым.

 Ошо тау итәгендәге аҡланда үҙенә күрә бәләкәй генә ял йорто ла эшләп ҡуйған Динар. “Урман-тау” тигән романтик исем дә ҡушҡан.

– Әле үҙем, эксперименталь рәүештә, апидомик эшләп ҡуйҙым. Интернеттан ҡарап, үҙемсә үҙгәрештәр индереп, үлсәмен үҙем уйлап эшләнем. Был өскә-ике үлсәмендәге бәләкәй генә өй, шуның эсендә умарталар тора. Бал ҡорттарынан килгән тирбәлеш (вибрация), геүләү, дауалау көсөнә эйә. Бик күп ауырыуҙарға дауа – йөрәк эшен яйға һала, бөйөргә ыңғай тәьҫир итә. Бала таба алмаған ҡатындар ҙа дауалана бында. Ғилми тел менән әйткәндә, был элек-электән килгән дауаланыу ысулы апитерапия тип атала, – тип аңлата Динар Илгиз улы. – Ҡорттар өй эсенә инә алмай, уларҙы селтәр аша күҙәтергә була һәм улар янында ятып йоҡларға мөмкин.

 Бал ҡорттары бик наҙлы йән эйәләре. Уны бала ҡараған шикелле ҡарарға кәрәк. Уларҙы ныҡ тәрбиәләргә кәрәк. Улар аңҡып торған еҫте, хушбуй еҫен, тир еҫен яртатмай. Таҙалыҡты яраталар. Бал ҡорттары кешеләргә генә түгел, бөтөн тәбиғәткә ҙур файҙа килтерә. Бал ҡортоноң ағыуына тиклем файҙалы. Әгәр бал ҡорттары булмаһа, сәскәләр ҙә, үҫемлектәр ҙә, бөтә иген баҫыуҙары ла тейешесә үҫә алмай. Улар сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай. Үкенескә ҡаршы, үҙҙәренең ғүмере бик ҡыҫҡа.

Ҡорттар бал йыйһын өсөн уларға оҡшаған үҫемлек кәрәк. Мәҫәлән, эспарцет. Ул бик файҙалы үлән, мал да бик яратып ашай. Йәғни, бер юлы ике ҡуян атып алаһың, тигән һүҙ. Балын да ашайһың, малың да туҡ. Яҙ көнө беренсе сәскә атыу ваҡыты үтә лә, ҡорттарға бал йыйырға сәскә булмай. Шул саҡта эспарцет ярҙамға килә икән. Был боронғо үҫемлек бик туҡлыҡлы, шифалы. Үҙе талымһыҙ, беҙҙең яҡта ла бик уңышлы үҫә, уңа. Люцерна, клевер кеүек, ҡуҙаҡлылар ғаиләһенән. Малға ашатырға бесәне лә була. Әйткәндәй, ат, һарыҡ та тотҡан Динар, әле малдарын бөтөргән. Эшләп тә йөрөгәс, барыһына ла өлгөрөп булмай шул.

Ғөмүмән, ҡорт тотор өсөн уңғанлыҡ кәрәк. Күс айырғанда күҙҙән ысҡындырмай ҡарап торорға кәрәк. Юғиһә, икенсе кешегә барып ҡушылыуы бар. Шулай итеп, тағы бер ғаилә барлыҡҡа килә.

Был бик ҡыҙыҡлы әңгәмә барышында үҙ йәһәтемдә һорауҙарымды яуҙырам. “Егерме баш умартанан күпме бал алына?”, - тип ҡыҙыҡһыныуыма ул: “Умартаның көсөнә ҡарап инде. Ун умартанан беренсе бал һурҙырғанда 5-7 феләк бал алырға була”, – тип яуапланы. “Һуңғы ваҡытта полиуретан умарталар популярлашып китте. Был экспериментҡа нисек ҡарайһың?” – тигәс: “Ниндәй генә яңы технологиялар уйлап тапһалар ҙа, беҙҙең атабабалар борондан ҡулланған ағас умартаға етмәй, минеңсә. Йүкәнән булһа бигерәк тә шәп. Ул бал ҡорттары өсөн уңайлы, яҡшы шарттар булдыра. Тәбиғи рәүештә елләп, тын ала, – тип аңлатты умартасы. – Быйыл йүкә балы тиҙ бөттө. Йүкә сәскәһен ямғыр йыуҙы. Ә шулай ҙа, клиенттарым етерлек, бер үк кешеләр тип әйтергә була. “Балың тәмле” тип, бер белгән кешеләр гел килеп ала!”

Киләсәктә клиенттарың тағы ла күбәйһен, ҡыҙыҡлы лы, файҙалы ла шөғөлөңдән кинәнес алып йәшәргә яҙһын, Динар! Ошондай күркәм башланғыстар дауамлы булһын!

 Әйткәндәй, Динарҙан бал һатып алырға йәки апидомиктарҙа ял итергә теләүселәр 89279398500 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала. Иғланды Ашҡаҙар”ҙан алдыҡ тиеүселәргә 10 процент ташлама ҡаралған.

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

Динара ЯҠУПОВА фотоһы.

“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
“ТӨП ҺӨНӘРЕМ ВОДИТЕЛЬ БУЛҺА ЛА...”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас