

Башҡортостанда йәшәүселәр “Дәүләт хеҙмәттәре”нән улар тураһында мәғлүмәттәрҙе хәрби иҫәптең берҙәм реестрына индереү тураһында белдереүҙәр ала. Был хәбәрҙәр нимә аңлата һәм уларға нисек яуап бирергә? “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы эксперты – адвокат Роман Петров төп һорауҙарға яуап бирә.
Был ниндәй реестр?
Быйылдан Рәсәйҙә хәрби иҫәптең электрон реестры эшләй башлай. Был – хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәтте автомат рәүештә йыйған, уларҙы иҫәпкә ҡуйған һәм граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе актуалләштергән мәғлүмәт базаһы. Хәрби бурысы булған Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең был электрон базаһына бары тик РФ Оборона министрлығы ғына инә ала.
Әгәр резервсыларҙы ашығыс рәүештә хәрби комиссариатҡа саҡырырға кәрәк булһа (был мотлаҡ мобилизация түгел, резервсыларҙы даими рәүештә йыйындарға һәм медицина тикшереүҙәренә йыялар), был заманса технологиялар ярҙамында – “Дәүләт хеҙмәттәре” аша башҡарыласаҡ. Һәм был турла беҙгә алдан иҫкә төшөрҙөләр.
Был белдереү миңә повестка килгәнде аңлатамы?
Юҡ, был повестка түгел! Хәрби иҫәптә торған граждандарға, элек хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәт яҙма рәүештә һаҡланған, ә хәҙер электрон форматта ла буласаҡ, уларҙың мәғлүмәттәрен хәрби комиссариаттар базаһына күсергәндәр, тигән белдереүҙәр килә. Тыуған ил ир-егеттәрҙе: “Хөрмәтле, һин хәрби бурыслы икәнлегеңде онотма!” – тип иҫкәртә.
Әгәр шундай белдереү алһаң, нимә эшләргә?
Бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Был саҡырыу ҙа, эш итеү өсөн нигеҙ ҙә түгел. Хәбәр итеү бары тик мәғлүмәт характерында һәм һеҙҙе бер нәмәгә лә мәжбүр итмәй. Ҡыҙыҡһыныу өсөн һылтанмалар аша үтеп, үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ.
Белдереүҙе повестканан нисек айырырға?
Электрон повестка ҡағыҙ повестка кеүек үк күренә, шулай уҡ документтың дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн кәрәкле һанлы ҡултамға бар. Электрон повесткала:
- хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының исеме һәм фамилияһы;
- йәшәү урыны;
- килеү датаһы һәм ваҡыты;
- саҡырыу сәбәбе;
- хәрби комиссариаттың адресы күрһәтелә.
Электрон повесткалар “Дәүләт хеҙмәттәре”нә килә. Уны ҡарау өсөн белдереүҙәргә инеп, хәрби комиссариаттың хәбәрен табырға кәрәк. Шулай уҡ реестрповесток.рф сервисында “Дәүләт хеҙмәттәре” аша авторизацияланып, үҙ повесткаңды табырға мөмкин.
Әгәр повестканы һанға һуҡмаһаң нимә булыр?
Әгәр “онотһаң” һәм повестка тураһында белдереүҙе уҡымаһаң, ете көндән һуң ул тапшырылған тип иҫәпләнә. Бынан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә күрһәтелгән телефон аша шылтыратырға тырышалар, прописка адресы буйынса уның янына хәрби комиссариат хеҙмәткәрен ебәрәләр, әгәр уны тапмаһалар йәки ҡасып йөрөгәнен асыҡлаһалар, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөйҙәр. Әгәр граждан бында ла үҙенең юҡлығын аңлатыу өсөн килмәһә (ә улар ысынлап та төрлө булырға мөмкин: ауырып киткән, командировкала булған, сит илдә йәки башҡа төбәктә ял иткән, былар барыһы ла нигеҙле сәбәптәр), әгәр ҙә етди сәбәптәр булмауын асыҡлаһалар, суд штраф һәм сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итәсәк: ҡасып йөрөүселәр автомобилде теркәү, мөлкәт менән килешеүҙәр төҙөү, кредиттар алыу, шәхси эшҡыуар булып теркәлеү кеүек һәм башҡа хоҡуҡтарын юғалта. Һәм шуны белеү мөһим: суд ҡарары хәрби комиссариатҡа килеү бурысын юҡҡа сығармай!
Станислав Шахов.
“Башинформ” фотоһы.