

Ул, имеш, енәйәтселәр зыян күреүсенең шәхси мәғлүмәттәрен үҙенә бушатып алған һәм, ниндәйҙер ойошманы спонсорлау маҡсатында, уның исеменә кредит алғандар тип хәбәр итә.
Ялған хеҙмәткәр, ҡатынға тыйылған хәрәкәткә булышлыҡ иткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылыу менән янай. Ул, йәнәһе, аҡсаны һаҡлау өсөн ҡаршы кредит алырға кәрәк һәм булған аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип ышандыра.
Ҡатын үҙенең кредит картаһын алып, банкомат аша енәйәтселәр иҫәбенә 280 мең һум күсерә.
Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше асылған.
Полиция киҫәтә!
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мессенджер аша шылтыратмай, бигерәк тә аҡса күсерергә ҡушмай. Уяу булығыҙ, смс-хәбәрҙән килгән кодты һәм үҙегеҙҙең банк мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Аҡсағыҙҙы таныш булмаған иҫәпкә күсерә күрмәгеҙ!
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса
Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.