

Беренсе хоккей клубы Октябрьскийҙа буласаҡ, унда заманса боҙ аренаһы бар. Шуға ҡарамаҫтан, команда киләһе миҙгелгә өлгөрмәй, ни өсөн тигәндә, әле ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә. Стәрлетамаҡта яңы боҙ аренаһын төҙөргә уйлайҙар.
Ике клуб та “Салауат Юлаев” системаһына инәсәк һәм составтар урындағы тәрбиәләнеүселәрҙән һәм Өфө хоккей мәктәбе уйынсыларынан төҙөләсәк.
Милли Йәштәр хоккей лигаһы әһәмиәте буйынса Рәсәй хоккей федерацияһы (ФХР) системаһына ингән икенсе йәштәр лигаһы булып тора.
Р.ЗАМАНОВА