Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Август 2025, 03:00

Хәтер һәм тәрән хөрмәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 9 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре барышында махсус хәрби операция геройҙарына арналған мемориаль комплексты асыу тантанаһында ҡатнашты.

Хәтер һәм тәрән хөрмәтХәтер һәм тәрән хөрмәт
Хәтер һәм тәрән хөрмәт

Сара башланыр алдынан республика етәксеһе һәләк булған МХОла ҡатнашыусыларҙың фотолары урынлашҡан Геройҙар аллеяһын ҡарап сыҡты.

Мемориаль комплекс Еңеү паркында урынлашҡан. Унда бронзанан эшләнгән мемориалдың стенаһында плитәләр урынлаштырылған, уларҙа ҡаҙаҡ менән өҫкә ынтылыусы торналар һүрәтләнгән. Махсус хәрби операция тамамланғас, плитәләргә һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙыласаҡ. Һул яҡта һалдаттарға хаттар яҙған һәм окоп шәмдәрен ҡойған балалар, маскировка селтәрҙәрен үргән ҡатын, шулай уҡ гуманитар йөк ҡумталары һүрәтләнгән. Уң яҡ плитәлә блиндажда торған яугир һүрәтләнгән, ул маскировка селтәрҙәре менән ҡапланған, символик рәүештә тыл ярҙамын күрһәтә. Был композицияны берләштергән "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән һүҙҙәр фронтҡа ярҙам иткән бөтә ҡала халҡының девизы булып тора. Скульптура композицияһы өс МХОла ҡатнашыусыны – мобилизацияланған яугирҙы, хәрби һәм үҙ ирке менән һуғышҡа юлланыусыны һынландыра.

Мемориаль комплекс төҙөү идеяһы 2023 йылда барлыҡҡа килгән. Композицияның скульпторҙары – Ирина Макарова һәм Максим Батаев. Мемориаль комплекс стенаһы проектын Александр Злищев һәм Григорий Мельников әҙерләгән. Һәйкәлде ҡуйыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр 2025 йылдың апрелендә башлана. Уның дөйөм оҙонлоғо – 12 метр, скульптура композицияһының бейеклеге – 3,1 метр.

– Бөгөн Стәрлетамаҡта илебеҙҙе яҡлап һәләк булғандарға, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һәм тылда ярҙам итеү өсөн берләшкәндәргә арналған ошондай тәүге ҙур мемориал асабыҙ. Хәтер һәм тәрән ихтирам менән бергә яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫләп, күңелдә тәрән ҡайғы тойғоһо кисерәбеҙ. "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән һүҙҙәр һуңғы йылдарҙа бөтәһен дә берләштергән девизға әүерелде. Ысынлап та бөтә республика яугирҙарға ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлашҡас өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуы өсөн бар көсөн һала. Йәш быуын геройҙарыбыҙҙың батырлығын белһен, күрһен һәм хәтерләһен. Һәйкәл өлкәндәргә лә был бик ҡатмарлы осор тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе үҙенең телмәрендә.

Республика Башлығы әүҙем ҡатнашҡандары һәм һәйкәлде урынлаштырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала халҡы үҙ бурысын намыҫлы үтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, ә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәре ҡала, республика һәм ил тарихына инәсәк, тине ҡала мэры.

МХО ветераны Филүс Аҫылғужин барлыҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары исеменән Еңеүҙе яҡынайтып, фронтҡа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ишеттерҙе.

Һәләк булған яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындары өсөн был мемориал – Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға, һәм иле өсөн үҙен аямай башын һалған геройҙарға рәхмәт әйтеү мөмкинселеге ул, тине Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының урындағы бүлексә етәксеһе, яуҙа һәләк булған яугирҙың ҡатыны Янина Волочаева.

Тантана республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм ҡунаҡтарҙың мемориаль комплексҡа сәскәләр һалыу менән таамланды.

Хәбәрселәр менән әңгәмәләшкәндә, Башҡортостан Башлығы республикала МХОла һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү дауам итәсәк, тип билдәләне.

Был бик яҡшы, мөһим эш. Беҙ артабан да ошондай һәйкәлдәр урынлаштырасаҡбыҙ. Мәҫәлән, Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған ҙур мемориал төҙөйәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фото БР Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Хәтер һәм тәрән хөрмәт
Хәтер һәм тәрән хөрмәт
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас