

Башҡортостан Мәғариф министрлығы етәксеһе Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, мәғариф учреждениеларында медицина пункттары ҡорамалдары стандарттары яңыртыласаҡ. Хроник ауырыулы уҡыусылар табип белешмәһе (табиптан справка) булған осраҡта кәрәкле дарыуҙарҙы ҡабул итә аласаҡ.
Шулай уҡ медпункттарҙың функциялары киңәйәсәк, ә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары белемле хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән “шәфҡәт туташы белгесе” (белгес-медсестра) тигән яңы вазифа индерелә.
Кадрҙар менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә – мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларындағы медицина хеҙмәткәрҙәре хәҙер льготалы эш стажы аласаҡ. Бының өсөн белем биреү ойошмаларына үҙ медицина подразделениеларының атамаларын берҙәм стандартҡа – “медицина пункты”на килтерергә кәрәк.
Әлеге ваҡытта республикалағы мәктәптәҙә һәм балалар баҡсаларында 1192 лицензиялы медицина кабинеты иҫәпләнә, шуларҙың 239-ы лицензияны үҙаллы юллап алған. Яңы тәртип балаларға медицина хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу һәм учреждениеларҙы квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү өсөн булдырылған.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото: страница Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.