Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Август 2025, 07:40

Ташлама менән дарыу алам тиһәң...

Оҙаҡламай Стәрлетамаҡта льготалы дарыуҙар биреү пункты эшләй башлаясаҡ.

Ташлама менән дарыу алам тиһәң...Ташлама менән дарыу алам тиһәң...
Ташлама менән дарыу алам тиһәң...

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса штаб ултырышында ошо турала хәбәр итте.

Кәңәшмәлә федераль һәм төбәк программалары буйынса граждандарҙың льготалы категорияларына дарыу һатып алыу һәм биреү мәсьәләләре тикшерелгән.

Министрҙың һүҙҙәренсә, дауаханалар хәбәр итеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер пациенттар дарыу алыуҙан баш тарта, был иһә һатып алыуҙы планлаштырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ни өсөн тигәндә, препараттарға алдан заказ бирелә һәм улар  складтарҙа оҙаҡ һаҡлана алмай, препараттарҙың ҡулланыу ваҡыты сикләнгән.

 “Дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса аҙна һайын уҙғарыла торған штаб ултырышында бөтә медицина округтары буйынса дарыу һатып алыуҙың ағымдағы статусы һәм льготалы рецептар буйынса дарыуҙар биреү тураһында баш белгестәрҙең докладтарын тыңланым. Пациенттарҙы федераль һәм төбәк льготалары буйынса тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙек. Медицина ойошмалары максималь рәүештә эшкә егелде. Улар препараттарҙың килеүе тураһында пациенттарға әүҙем мәғлүмәт бирә һәм поликлиникаларҙа льготалы дарыуҙар биреү пункттары асалар. Мәҫәлән, тиҙҙән шундай пункт Стәрлетамаҡта эшләй башлаясаҡ”, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

“Беҙ һәр ваҡыт дауалау ҡануниәте сиктәрендә тәьмин итеүҙе ойошторорға әҙер. Министрлыҡ хатта алдан ғаризаларға индерелмәгән планлы заякаларға һәм һатып  алыуҙарға инмәгән яңы тәғәйенләнештәге дарыуҙар менән тәьмин итергә лә әҙер”, - тип билдәләне  Айрат Рәхмәтуллин.

Министр республикала йәшәүселәргә поликлиникалар менән бәйләнеш булдырырға, дауалаусы табипҡа һәм табип комиссияларына ышанырға һәм белгестәр һайлаған дауалау тактикаһына ышанырға кәрәк, тип мөрәжәғәт итте.

Әйткәндәй, бынан алдараҡ Башҡортостанда 754 меңдән ашыу кеше бушлай дарыу ала аласағы тураһында хәбәр ителгәйне инде.

Р.САФИНА.

 


Автор:Роза Сафина
Читайте нас