Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Август 2025, 11:05

33-СӨ ГУМАНИТАР ЫЛАУ ЮЛЛАНА

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ирекмәндәр штабы тураһында һөйләне.

33-СӨ ГУМАНИТАР ЫЛАУ ЮЛЛАНА33-СӨ ГУМАНИТАР ЫЛАУ ЮЛЛАНА
33-СӨ ГУМАНИТАР ЫЛАУ ЮЛЛАНА

"Ауыл биләмәһе башлығы элекке спорт комплексы бинаһын үҙ аҡсаһына ремонтлап, ошо штабты булдырған. Ауыл халҡы унда тотош ғаиләләре менән килә. Был Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла ярҙам, патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләү ҙә, бөтөн республика шундай режимда эшләй. Төбәктең һәр тораҡ пунктында шундай миҫалдар бар. Битараф булмағандары өсөн барыһына ла рәхмәт”, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Элегерәк “БАШИНФОРМ” махсус хәрби операция зонаһына Баймаҡ районынан дүрт автомобиль ебәрәсәктәре тураһында хәбәр иткәйне. Хакимиәт башлығы Азамат Иҙрисов билдәләүенсә, быныһы инде хәҙер муниципалитеттан алғы һыҙыҡҡа юллана торған 33-сө гуманитар ылау. Уның составында дүрт автомобиль, яугирҙар өсөн район халҡы йыйған кәрәкле әйберҙәр.

Роза САФИНА.

"БАШИНФОРМ" агентлығы фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас